

Ҡарт кешенең хәтере насарайыуы мейенең ҡан менән насар тәьмин ителеүенән килә. Шуға күрә әле генә тотоп торған әйберҙәрегеҙҙе ҡайҙа һалдым икән, тип артырап йөрөмәҫ өсөн көн һайын физик күнегеүҙәр эшләү, дөрөҫ туҡланыу мөһим. Физик күнегеүҙәр, хәтерҙе яҡшыртыу менән бер рәттән, тыныс йоҡлата ла.
Хәтерҙе яҡшыртыу йәки уның насарайыуын туҡтатыу бер ҡасан да һуң түгел. Ҡанда шәкәр күләме тотороҡло булһын өсөн әҙләп, әммә йыш ашарға кәрәк. Бөртөклө аҙыҡтар ашарға тырышығыҙ. Мәҫәлән, көнбағыш, сәтләүек, йәшелсә-емеш. Уларҙа бетакаротин, фолий кислотаһы, кальций, баҡыр, тимер, йод, селен, цинк, алмаштырғыһыҙ май кислоталары, Е, С, В витаминдары бар. Был матдәләр мейегә һәм уны ҡан менән тәьмин итеү өсөн файҙалы.
Аҙнаһына өс тапҡыр майлы балыҡ ашағыҙ. Ул файҙалы омега -3 кислоталарына, фосфорға бай. Әгәр ҙә туҡланыу рационында был аҙыҡтар булмаһа, пливитамин- минераль препараттар, С витамины, балыҡ майын ҡулланығыҙ. Айырыуса оло йәштәгеләр өсөн фосфатидиметрин файҙалы. Ул хәтер насарайыуын тотҡарлай.