Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Июль 2023, 08:47

Республикала аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?

Алдағы көндәрҙә һауа температураһы +39, +40 градусҡа тиклем күтәрелә.

Республикала аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?Республикала аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?
Республикала аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, аҙна уртаһында температураның ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Шаршамбы, 12 июлдә, көн болотло була һәм ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +31, төндә +20 градусҡаса күтәрелергә мөмкин.

Кесе йома, 13 июлдә, көндөҙ +24, ә төндә 18 градус. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

Йома, 14 июлдә, синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын һәм ямғыр яуыуын вәғәҙәләй. Көндөҙ +22, төндә  +15 градус.

Ял көндәрендә, 15 һәм 16 июлдә, һауа температураһының көндөҙ +25, +26, төндә +17, +18 градус булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/

Республикала аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?
Республикала аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?
Автор:
Читайте нас