

– Бер нисә алоэ япрағын ит турағыстан үткәреп, 50 грамм һутҡа 100 грамм бал, 150 грамм таҙа араҡы ҡушырға һәм ауыртҡан ергә компресс эшләргә. Был төнәтмәне оҙаҡ һаҡлап була.
– 200 грамм тоҙ, 100 грамм ҡоро гәрсисте (горчица) шул уҡ күләмдә кәрәсин өҫтәп, болғайһың. Килеп сыҡҡан май менән ятыр алдынан һеңеп бөткәнсе ауыртҡан урынды ышҡыйһың.
– Эре генә йылға ҡомон ҡыҙҙырып, оҙонса итеп тегелгән моҡсайҙарға һалаһың да, ауыртҡан урындарға ҡуяһың. Ҡомда төрлө файҙалы минераль матдәләр, металл бар. Йәйгеһен эҫе ҡомға күмелеү ҙә шифалы.
– Бер ҡалаҡ әрем сәскәһен 300 грамм ҡайнар һыуҙа төнәтергә һәм ауыртҡан ергә компресс яһарға.
– Бәпембәнең япрағы һәм тамырынан алынған һутты шул уҡ күләмдәге кишер һәм шалҡан һутына ҡушып, арҡаны ышҡыйһың, көнөнә 1-2 ҡалаҡ эсәһең. Умыртҡа һөйәге ауыртыуын баҫа.
– Дегәнәк тамырын 5-10 минут әкрен утта 0,4 литр һыуҙа ҡайнатҡанда мәтрүшкә, кейәү үләне ҡушаһың. 2-3 сәғәт төнәтәһең. Ас көйөнсә йәки ашағас, 2-3 сәғәттән һуң эсәһең. Һыҙланыуҙарҙан да, яман шештән дә һаҡлай, ярҙамы тейә.
Лавр япрағы менән. Бының өсөн бер нисә ҡап япраҡ һәм таҙартылмаған көнбағыш йәки етен, зәйтүн, кукуруз майы кәрәк. Ярты литр банкаға 4 ҡап лавр япрағы, өҫтөнә сыҡҡансы йылы (ҡайнар түгел) көнбағыш (нерафинированное) майы ҡойоп, ҡояш нурҙары төшмәгән, бүлмә мператураһы булған урында ике аҙна тоторға кәрәк. Ара - тирә болғатып торорға. Ике аҙнанан һуң һөҙөп алырға һәм икенсе һауытҡа ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға.
- Бал, гәрсис, ваҡ тоҙ, һыуҙы бер үк күләмдә алырға (берәр ҡалаҡ). Бер төрлө мазь рәүешенә килгәнсе, яҡшылап барыһын болғатырға,
йәки 200 грамм тоҙ, 100 грамм ҡоро гәрсисте (горчица) шул уҡ күләмдә кәрәсин өҫтәп, болғайһың. Килеп сыҡҡан май менән ятыр алдынан һеңеп бөткәнсе ауыртҡан урынды ышҡыйһың. Ауыртҡан быуындарға ошо ҡатнашманы һөртөп, целлофан менән ҡапларға. Йылы шәл урап, 1-2 сәғәт тоторға. Процедураны йоҡо алдында эшләргә кәңәш ителә.
Ҡатнашманы ҡапҡаслы һауытта һыуытҡыста 5-6 көндән дә артыҡ һаҡламаҫҡа.
Гәрсис тәнде бешереүе мөмкин, шуға күрә һаҡ булығыҙ. Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Ҡайһы бер ауырыуҙар ваҡытында быуындарҙы йылытыу ҡәтғи тыйыла.
https://ye102.ru