Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
17 Июль 2023, 15:03

Район данын лайыҡлы яҡланы

“Һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторҙары араһында һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсында Гөлгөнә Садыҡова иң яҡшы ун һауынсы араһында булды  

Район данын лайыҡлы яҡланыРайон данын лайыҡлы яҡланы
Район данын лайыҡлы яҡланы

Объектив сәбәптәр (коронавирус пандемияһы) арҡаһында бер аҙ тәнәфестән һуң, машина менән һауыу операторҙары араһында “һөнәре буйынса иң яҡшыһын” асыҡлау буйынса конкурстар үткәрелә башланы.

Был сара быйыл 7 июлдә Иглин районында булған “Агротех” йәмғиәте ауыл базаһында уҙҙы. Конкурсҡа республиканың  25 районынан иң яҡшы һауынсылар йыйылғайны. Бишбүләк ауылы исеменән Йылбулаҡтамаҡ һауынсыһы Гөлгөнә Садыҡова сығыш яһаны. Ул оҙаҡ йылдар Николай Коваленконың Боголюбовка ауылындағы крәҫтиән (фермер) хужалығында машина менән һауыу операторы булып эшләй. Гөлгөнә Мәрүән ҡыҙының 33 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Уға 230 һыйыр беркетелгән. Уҙған йылда һәр һыйырға уртаса һауын 8235 кг тәшкил итәкн. 100 һыйырға 93 быҙау тура килгән. Ә ауыл хужалығы предприятиеһы буйынса, һәр һыйырға һауым 8100 кг тәшкил итә.

Күп балалы әсәнең өс улы бар. Уларҙың икеһе Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Өлкән улы хәҙер инде отставкала. Ул ғаиләһе менән Алкин хәрби ҡаласығында йәшәй. Ә икенсеһе Украинала махсус операцияла контракт буйынса хеҙмәтен дауам  итә, хәрби яралары һәм юғары хәрби бүләктәре бар. Бәләкәй улы Игорь уҙған йылда мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған. Мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡан үҫмер спорт менән дә мауыға. Бөгөн ул медицина колледжында уҡый. Әсә кешенең бигерәк тә махсус мобилизацияла булған улдары өсөн йөрәге әрней.  Ә машина менән һауыу операторының тынғыһыҙ эше уға  моңһоу уйҙарҙан арынырға һ!м һәр саҡ оптимистик ҡарашлы булырға ярҙам итә. Крәҫтиән (фермер) хужалығының барлыҡ  ҙур хеҙмәткәрҙәре уны 11 июлдә тыуған көнө менән ҡотлап, уға артабан да уңыштар һәм һаулыҡ теләнеләр.

Владимир СМОЛОВ.

Район данын лайыҡлы яҡланы
Район данын лайыҡлы яҡланы
Автор:
Читайте нас