

Авторы Денис Мильченко был ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ Рәсәй төбәктәрендәге тимерселәргә мөрәжәғәт иткән. Шулай итеп, бер йыл эсендә 70 ҡаланан 81 оҫтаның ҡулынан сүкелеп эшләнгән торналар барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Белоруссия, Израиль һәм башҡа урындарҙан ҡатнашҡандар.
Яуҙа һәләк булған егеттәребеҙҙең рухына бағышланған был һәйкәл Туапсеның “Хәрби дан ҡалаһы” стеллаһы янына урынлаштырылған. Композицияға сүкеп эшләнгән төрлө ҙурлыҡтағы 270 тимер һын һәм Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған пуля, граната, мина, каска ингән.
Өйөрөлөп күккә талпынған “Торналар дауылы” – нацизмға ҡаршы көрәштә баш һалған ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың рухы булып ҡалҡып сыҡты. Батырҙарыбыҙға мәңгелек дан!
Фотолар һәм видео: КраснодарМедиа
https://bashgazet.ru