

Уҡытыусы — Ерҙәге иң яуаплы һәм кәрәкле hөнәр. Әгәр ҙә уҡытыусы булмаһа, космонавтар, врач, галим, шагыйрҙәр, рeссамдар ҙа булмаҫ ине... Сөнки hәр кешенең беренсе уҡытыусыһы була. Педагогтар белем биреп кенә ҡалмай, рухи остаз булып, балаларҙы тәрбиәләй hәм тормошҡа әҙерләй.
Мин мәктәптә 38 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Фәрхетдинова Римма Әхәт ҡыҙы тураһында һөйләргә теләйем. Ул минем өләсәйем. Хәҙерге ваҡытта ул хаҡлы ялда. Yҙенең педагогик эшсәнлеген Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлағас, Кәрим ауылындағы мәктәптә башлай. Ул ваҡытта уға 19 йәш була. Мәктәптә өс класта 17 бала укыған. Беренсе класҡа ул ваҡытта өс малай hәм өс ҡыҙ уҡырға кергән, ҡалғандары икенсе hәм өсөнсө кластарҙа уҡыған. Өләсәйем һөйләүе буйынса, бәләкәй генә ағас мәктәптә ул бер үк ваҡытта өс класҡа берҙән-бер уҡытыусы булған. «Бик ауыр, ләкин мауыҡтырғыс ине, hәм мин беренсе тапҡыр уҡытыусы hөнәрен яраттым», — тип иҫкә ала өләсәйем. Ни өсөн һуң «беренсе тапҡыр яратҡан»? Ул йәш саҡта йырсы булырға хыялланған икән, әммә әсәһе ҡушыуы буйынса педучилищеға уҡырға керә. Уның тәүге уҡыусылары йәш, сибәр, изгелекле, энергиялы hәм талантлы уҡытыусыларын ярата. Ул уларға белем дoнъяһына ишек асҡан, тыуған яҡтарын яратырға, барлыҡ тереклекте ҡыҙғанырға, үҙ-үҙең булып ҡалырға oөйрәткән. Уның беренсе уҡытҡан класындағы өс ҡыҙҙың икәүһе уҡытыусы hөнәрен һайлаған. Өләсәйем үҙенең беренсе уҡыусылары менән ғорурлана. Улар бөген дә бер-береһе менән аралаша.
Өс йылдан һуң өләсәйем Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбендә өлкән пионервожатый hәм музыка уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Хәҙер унан ойоштороу һәләте һәм музыка өлкәһендә белем талап ителә. Уның тырышлығы иғтибарһыҙ ҡалмай, ул В.И. Ленин исемендәге Бөтә Рәсәй пионер ойошмаһының «Пионерҙар менән иң яҡшы эш өсөн» билдәһе hәм «Артек» пионер лагерына йүнәлтмә менән бүләкләнгән, унда Советтар Союзының барлыҡ мөйөштәренән пионервожатыйҙар эш тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан.
Минең өләсәйем бик тырыш кеше. Ул даими рeүештә үҙенең белемен күтәреү менән шөғөлләнә, үҙешсән сәнғәттә актив ҡатнаша, ситтән тороп Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай, артабан юғары кластарҙа уҡыта башлай. Көндәр буйы мәктәптә, унан һуң кискеһен дәфтәр тикшереү, икенсе көнгә әҙерләнеү. Ә бит әле ғаилә лә бар. Ләкин ул hәмммәһенә лә өлгөрөргә тырышҡан. Мәктәптә инде филологтар булғанлыҡтан, уға бер нисә йыл музыка, Башҡортостан мәнәҙиәте һәм тарихы дәрестәрен алып барырға, оҙайтылған көн төркөмөндә тәрбиәсе булып, хатта мәктeп янындағы интернатта ла эшләргә тура килә. Бер нисә йылдан һуң ғына ул рус теле hәм әҙәбиәтенән дәрестәр алып бара башлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул тағы өс йыл уҡыта hәм бер үк ваҡытта мәктәп китапханаһында эшләй, бер ауырыу баланы өйөнә барып уҡыта, ә кистәрен ауыл Мәҙәниәт йортонда ауылдаштарын үҙенең матур йырҙары менән һөйөндөрә.
Өләсәйем имнең өсөн — иң тоғро дуҫ, ә берәй нимә булһа, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Миңә изгелекле, наҙлы, яғымлы, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан өләсәйем менән бик рәхәт. Уның бар ере лә гүзәл: янып торған зәңгәрһыу күҙҙәре, алтынһыу сәстәре, эскерһеҙ йылмайыуы, еңел атлауы, һылыу фигураһы. Ул заманса hәм мәңге йәш! Уның менән, хатта баҡсала уға ярҙам иткәндә лә, йәки уның менән бергә тауыҡ, өйрәк, быҙау ҡарғанда ла, hәр ваҡыт ҡыҙыҡ. Ул күңелле, гел мәҙәк йәки ғибрәтле хәлдәр һөйләй. Ул шулай уҡ бик тәмле бешерә, беҙгә пирог, ҡоймаҡ, торт бешерергә өйрәтә.
Өләсәйемдең фиҙаҡәр хеҙмәте БР Министрлығының, район hәм мәктәп администрацияһының, район Мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары, «Хеҙмәт ветераны» исеме менән билдәләнгән. Ул күп тапҡыр район фестивалдәрендә еңеүсе була, уның вокал буйынса йырҙаы иң яҡшы башҡарған өсөн грамота hәм дипломдар менән тулы папкаһы бар. 2020 йылда ул «Туған тел» телеканалының «Һәләт» бәйгеһендә лауреат булды. Әммә уның өсөн иң ҡиммәтле бүләк— уҡыусыларының ихтирамы һәм рәхмәте. Улар уны хәтерләй. Өләсәйем уҡыусыларының уңыштарын күҙәтеп тора hәм улар менән ғорурлана. Ә мин өләсәйем меән ғорурланам, уға һаулыҡ һәм уның әле тағын оҙаҡ йылдар беҙҙе үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәшәү энергияһы менән һөйөндөрөүен теләйем.
Эльвина ФӘРХЕТДИНОВА,
Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктeбенең 9 в класс уҡыусыһы.
Фото ғаилә архивынан.