Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
21 Июль 2023, 08:21

«Школьник»ка кереп сыҡ

Район үҙәгендәге мәктәп кәрәк-яраҡтары менән сауҙа итеүсе магазинға 10 йыл тула

«Школьник»ка кереп сыҡ«Школьник»ка кереп сыҡ
«Школьник»ка кереп сыҡ

Бында төрлө йәштәге кешеләр керә, ләкин, һатыусылар Алена Георгиевна Михайлова hәм Эльвира Ғәлинур ҡыҙы Әхмәтова әйтеүенсә, шулай ҙа «Школьник» магазинының иң күп һатып алыусылары — мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың ата-әсәләре һәм олатай-өләсәйҙәре. Улар бында йыш ҡына балалары менән килә.

— Беҙҙең бик уңайлы hәм ҙур булмаған магазинда балалар өсөн тауарҙарҙың киң ассортименты бар, — ти, 15 йылдан ашыу һатыусы булып эшләгән Алена Михайлова. — Бер генә визуаль иҫәпләү буйынса бында мең ярымға ҡәҙәр әйбер һанарға була. Былар, нигеҙҙә, барлыҡ канцелярия тауарҙары hәм, әлбиттә, мәктәп кәрәк-яраҡтары. Һәр яңы уҡыу йылы алдынан һатып алыусыларҙың иң күп сағы була. Шуға күрә беҙ тиҙҙән 1 сентябргә әҙерләнә башлаясаҡбыҙ, район үҙәгенең hәм күрше ауылдарҙың дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары өсөн мәктәптә иң кәрәкле тауарҙарҙы күпләп алып ҡайтасаҡбыҙ.

«Школьник» магазины Еңеү ҡаршыһындағы подвалда урынлашҡан, hәм унда июль эҫеһендә лә һалҡынса. Һатыусылар касса аппаратында бер-береһен алыштырып эшләй, барлыҡ һатып алыусыларға чек бирәләр hәм һатып алыуҙары өсөн әҙәпле итеп рәхмәт белдерәләр.

— Беҙҙә сабыйҙар һәм мәктәпкәсә, мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус уйынсыҡтар — машиналар, ҡурсаҡтар, хатта иң аҡыллы малайҙар hәм ҡыҙҙар өсөн дә – шахмат кеүек бүләктәр бар, — ти, сираттағы һатып алыусыға хеҙмәт күрһәткән Эльвира Әхмәтова. — Йәштәренә ҡарап, балалар китаптары бүлеге лә бар. Беҙ барыбыҙ ҙа hәр кемгә төрлө документтар кәрәк булған ҡағыҙ заманында йәшәйбеҙ. Шуға күрә беҙ клиенттарыбыҙға төрлө документтарҙың һәм эш ҡағыҙҙарының ксерокопияларын яһау буйынса хеҙмәт күрһәтәбеҙ.

Ике һатыусы ла бер тауыштан быйыл «Школьник» магазинына теүәл ун йыл тулыуын белдерҙе. Һәм улар 2023 йылдың 1 авгусыынан 1 сентябренә  ҡәҙәр магазинда ошо юбилей уңайынан ташламалар буйынса акция иғлан ителәсәк, hәм хаҡтар һатып алыусылар өсөн осһоҙораҡ буласаҡ, тип ышандырҙылар. Өҫтәүенә, бүләктәр ҙә ҡаралған.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

«Школьник»ка кереп сыҡ
«Школьник»ка кереп сыҡ
Автор:
Читайте нас