

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещенскийҙа “Башкортостан Кванториумы – СИБУР” балалар технопаркын ҡараны.
Был белем биреү үҙәге юғары технологиялы ҡорамалы булған бер нисә майҙансыҡты үҙ эсенә ала. Бында балалар моделләү, заманса лазер системаларын өйрәнеү менән шөғөлләнә, нефтехимия һәм гуманитар өлкәһендә һуңғы ҡаҙаныштарҙы өйрәнә. Республика Башлығы “Кванториум музейы”, “Һөнәрҙәр ҡалаһы”, "Хай-Тек Цех" зоналарын ҡараны. Бушлай дәрестәрҙә биш йәштән 18 йәшкә тиклем барлығы 500 –ләп бала шөғөлләнә. Улар менән ете педагог эшләй.
фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
https://bashgazet.ru