

Республикабыҙҙа өсөнсө йыл “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан булдырылған был программа буйынса күптәр республикабыҙҙың матур төбәктәрендә булырға ла өлгәргән. Был юлы, йәғни 1 августа Бишбүләк районының хаҡлы ялдағылары Ишембай районындағы “Торатау”ға юлланды.
Өфөнән килеп еткән автобусҡа ултырып, сәфәребеҙҙе дауам иттек. Юл буйындағы тәбиғәт күренештәрҙе күҙәтеп, оҙаҡ барырға тура килмәне, үҙен Эльмира тип таныштырған туроператорыбыҙ микрофон тоттороп, талантлы йырсыларҙы йырлатты, әйтергә кәрәк, беҙҙең район күп милләтле, шуға ла йырҙар башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә яңғыраны. Шулай йыр-моң тулҡындарында бәүелеп, юлдың оҙонлоғо һиҙелмәне лә.
“Торатау” геопаркы янында ҡаршы алған икенсе туроператорыбыҙ Зөһрә Ибраһимова иң тәүҙә “Торатау” геопаркы биләмәһе, тауҙағы ҡаҙылма байлыҡтар тураһында һөйләне, был тарихы ҡомартҡы менән яҡындан таныштырҙы.
40-тан ашыу кеше булған беҙҙең төркөм әкренләп тауға күтәрелә башланыҡ. Шунда тау битләүендә ике һыбайлы йөрөгәнен күрҙек, былар тауҙы һаҡлаусылар икән.
- Торатау “ҡәлғә тау” тип тәржемә ителә - башҡа шихандар кеүек үк, боронғо Перм диңгеҙенең бер фрагменты. Ул ташҡа әйләнгән коралдар, ылымыҡтар һәм ҡабырсаҡтарҙан тора. Йөрәктау, Ҡуштау кеүек үк, Торатау Тропик диңгеҙҙә һуңғы полезой риф массаларынан 230 млн йыл элек барлыҡҡа килгән. Шихан биләмәһендә 120-гә яҡын йәнлек һәм 400-ҙән ашыу үҫемлек үҫә, шул иҫәптән Ҡыҙыл китапҡа ингәндәр һәм хатта донъяла башҡа бер ерҙә лә булмағандар ҙа. Тауҙың төньяҡ итәгендә Башҡортостандың иң тәрән күлдәренең береһе –Туғар-Һалған урынлашҡан. Тауҙың түбәһенә менән кеше Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларын күрәсәк, - тип таныштырҙы туристарҙы оҙатып йөрөүсе ханым.
“Ялдар итә-итә менәм Янғантау баҫҡыстарына” тип йырҙа йырланғанса, һәр кем былтыр ғына һалынған баҫҡыстарҙан күтәрелә башланы. Ә баҫҡыстар йәмғеһе – 665. Бер ара ямғыр һибәләп үтте, йәйге ямғыр ни – ул арала ҡояш та сыҡты. Тауҙың түбәһендә күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөп, тағы ла әллә күпме мәғлүмәт алып, түбәнгә төштөк. Ә ҡаршыға “Торатау”ға артылырға теләүсе туристар ағымы һис кенә кәмемәй ине.
Артабан беҙ, туристар, программала ла ҡаралғанса, солоҡсолоҡ-умартасылыҡ биләмәһендә булдыҡ. Асыҡ һауала тамаҡ ялғап алғандан һуң, солоҡ умарталарын, апитерапия өйҙәрен, бесәндән яһалған ҡыуышты ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ. Ә барыһынан да бигерәк, һәр кем “Торатау” фонында фотоға төшөп ҡалырға тырышты. Ҡайтыр юлда тағын бер туҡталыш яһаныҡ, үҙенең матурлығы менән арбаған “Суфия” мәсетенә изге теләктәребеҙҙе теләп аяҡ баҫтыҡ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.