Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
3 Август 2023, 04:16

«Башҡорт аты» фестивалендә нуғай йырсыһы Арыҫланбәк Солтанбәков сығыш яһай

Ҡарасәй-Черкес Республикаһының халыҡ артисы, Ҡаҙағстан Республикаһының Президент оркестры ҡатнашыусыһын Асау тип йөрөтәләр.

«Башҡорт аты» фестивалендә нуғай йырсыһы Арыҫланбәк Солтанбәков сығыш яһай«Башҡорт аты» фестивалендә нуғай йырсыһы Арыҫланбәк Солтанбәков сығыш яһай
«Башҡорт аты» фестивалендә нуғай йырсыһы Арыҫланбәк Солтанбәков сығыш яһай

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, мультиинструменталистың ижады нуғай милләте вәкилдәре күпләп йәшәгән Ҡарасәй-Черкес Республикаһында, Дағстанда, Чечняла, Әстрхан өлкәһендә, Ставрополь крайында, Ҡаҙағстанда, Төркиәлә киң билдәле.

Уның «Карт Кешуьв», «Неге экен-ав», «Я выбирал горячих скакунов», «Где тот день?», «Не сожалею» һәм башҡа йырҙары нуғайҙарҙың музыка мәҙәниәте хазинаһына ингән, ә уның Джамбулат Төркмәнов һүҙҙәренә ижад ителгән билдәле «Ногай Эл» йыры нуғай халҡының рәсми булмаған гимнына әүерелгән.

Асау нуғай музыка ҡоралдарының береһен — ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙгән, думбырала уйнай, нуғай һәм төрөк телдәрендә йырлай, XV-XVII быуат шиғырҙары өсөн музыка ижад иткән.

Арыҫланбәк Солтанбәковтың сығышын 12 августа «Башҡорт аты» фестивалендә тамаша ҡылырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru

«Башҡорт аты» фестивалендә нуғай йырсыһы Арыҫланбәк Солтанбәков сығыш яһай
«Башҡорт аты» фестивалендә нуғай йырсыһы Арыҫланбәк Солтанбәков сығыш яһай
Автор:
Читайте нас