Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
9 Август 2023, 05:39

“Аҡыллы” колонкалар башҡортса һөйләшәсәк

Әле уға исем һайлайҙар... “Әминә”ме, “Һомай”мы? Әллә... Тәҡдимдәрегеҙҙе яҙығыҙ әле, дуҫтар    

“Аҡыллы” колонкалар башҡортса һөйләшәсәк“Аҡыллы” колонкалар башҡортса һөйләшәсәк
“Аҡыллы” колонкалар башҡортса һөйләшәсәк

Был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырылған.

         –  Киләһе йылға 250 ҡоролма йыйыу планлаштырылған. Улар белем биреү эшендә ҡулланыу өсөн балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә тапшырыласаҡ,  – тип белдерҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.

Шулай уҡ, колонкала төрлө белем биреү ойошмалары өсөн төрлө приложениелар ҙа эшләйәсәк, мәҫәлән, иң кескәйҙәр үҙ телебеҙҙә әкиәттәр тыңлап кинәнәсәк.

Әйткәндәй, “аҡыллы” колонка менән башҡортса ла, русса ла һөйләшергә буласаҡ. Беренсе биш ҡоролма, быйылғы йылдың 11 октябренә, йәғни Республика көнөнә йыйылып бөтөп эш башлаясаҡ.

Колонканың корпусы һәм программа тәьминәте үҙенсәлекле буласаҡ, йәғни милли һыҙаттарға өҫтөнлөк менән эшләнәсәк.

Ә инде, ҡайһы бер сығанаҡтар уның исеме “Һомай” буласаҡ тиһә, икенселәре “Әминә” тигән исем яҡлы. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Һеҙ өйөгөҙҙә ултырған “аҡыллы” колонкағыҙға кем тип өндәшер инегеҙ? “Әминә”ме, “Һомай”мы?

Фото: Нейросеть.

Источник: https://bashgazet.ru
“Аҡыллы” колонкалар башҡортса һөйләшәсәк
“Аҡыллы” колонкалар башҡортса һөйләшәсәк
Автор:
Читайте нас