Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Август 2023, 11:59

Оҫта һәм етеҙ эшләйҙәр

«Дельта» йәмғиәте тегеү предприятиеһының «Бишбүләк» етештереү  участогы тегеүселәре эшселәр өсөн махсус кейем тегә

Оҫта һәм етеҙ эшләйҙәрОҫта һәм етеҙ эшләйҙәр
Оҫта һәм етеҙ эшләйҙәр

Район үҙәгендә «Дельта» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Бишбүләк» етештереү участогы асылыуға ике ай үтеп тә китте. Яңы предприятиеның эш көндәре тураһында етештереү участогы начальнигы Евгения Гончарова һөйләне.

— Беҙҙең коллективта эшләүселәрҙең дөйөм һаны әлегe асылған ваҡытындағы кеүек үк ҡала, — ти Евгения Андрияновна. — Улар ике сменала 12-шәр сәғәт ике көн эшләй hәм ике көн ял итә.  Беҙ заказ буйынса махсус кейем тегәбеҙ. Беҙгә клиент эҙләргә кәрәкмәй һәм кем менәндер алдан килешеү төҙөү ҙә талап ителмәй. Заказ республика баш ҡалаһында урынлашҡан төп предприятиенан килә. Шуға күрә конкрет эште башҡарыу өсөн кәрәкле барлыҡ материал алдан уҡ Бишбүләккә Өфө складтарынан алып ҡайтыла.

- Әлбиттә, эш күләме буйынса планлы һандар ҙа бар. Беҙ уларҙы теүәл үтәйбеҙ. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында hәм тотҡарланмайынса түләнә. Кадрҙар беҙҙән китмәй. Беҙ кешеләрҙе район Мәшғүллек үҙәге аша «Цифрлы йыһаздарҙы белеүсе тегеү йыһаздары операторы» белгеслеге буйынса уҡыту өсөн йыябыҙ, артабан беҙҙең тегеү предприятиеһына эшкә урынлаштырабыҙ. Төркөмгә йыйыу бара. Ул ун кешенән торасаҡ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Оҫта һәм етеҙ эшләйҙәр
Оҫта һәм етеҙ эшләйҙәр
Автор:
Читайте нас