Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
10 Августа 2023, 19:01

Территориаль һайлау комиссияһының ултырышы үтте

Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек башланды. 

Территориаль һайлау комиссияһының ултырышы үттеТерриториаль һайлау комиссияһының ултырышы үтте
Территориаль һайлау комиссияһының ултырышы үтте

2023 йылдың 10 сентябрендә уҙасаҡ Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек сиктәрендә Башҡортостан

Республикаһы Бишбүләк районының муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда ауыл биләмәлeре Советтары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау

бюллетендәрен әҙерләү hәм алып ҡайтыу тәртибен раҫлау, әҙерлекте контролдә тотоу мәсьәләләре ҡаралды. Тест формаһы hәм бюллетендәренең  үҙҙәре, уларҙың конкрет һаны, һайлау бюллетендәрен әҙерләү ваҡыты мәсьәләләре hәм раҫлауҙары ҡаралды. Берҙәм тауыш биреү көнөндә муниципаль район территорияһында райондың 11 ауыл биләмәһенә (Бишбүләк hәм Михайловка ауыл советтарынан тыш) депутаттар һайлауҙар уҙасаҡ. 98 мандатҡа теркәлгeн 195 кандидат дәғүә итә. Шуларҙан «Берҙәм Рәсәйҙ»ҙән — 97, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән — 39, ЛДПРҙан — 15 кандидат тәҡдим ителгән. Yҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеү хоҡуғын 44 кандидат ҡуллана.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Территориаль һайлау комиссияһының ултырышы үтте
Территориаль һайлау комиссияһының ултырышы үтте
Автор:
Читайте нас