Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Август 2023, 03:20

Өфө районы Авдон ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе асыҡланды

Республика ветеринария буйынса дәүләт комитеты лабораторияла тикшереү һөҙөмтәләрен алған.

Өфө районы Авдон ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе асыҡландыӨфө районы Авдон ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе асыҡланды
Өфө районы Авдон ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе асыҡланды

Уның һөҙөмтәләре буйынса ҡошсолоҡ фабрикаһы ауырыу таралыу сығанағы тип танылған. Эргә-тирәләге Авдон, Жуков, Сергеевка, Опто ауылдары, шулай уҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәре хәүефле биләмәгә инә. Бөгөн ведомство-ара ғәҙәттән тыш хәл комиссияһы ултырышы булды. Фабрикалағы бөтә ауырыу ҡоштар юҡ ителә. Хәүефле биләмәләге бөтә ҡош-ҡортҡа прививка эшләнә. - Вакцина етерлек, халыҡҡа хәлде аңлап ҡабул итергә кәрәк. Ҡош киҙеүе тиҙ арала бөтөрөләсәк, - тип хәбәр итәләр ведомствонан. Ҡош-ҡорт үлеү осраҡтары теркәлһә, йә ауырыуға шик тыуһа 8 800 775 58 28 һандарына шылтыратып хәбәр итергә кәрәк.

Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

Өфө районы Авдон ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе асыҡланды
Өфө районы Авдон ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе асыҡланды
Автор:
Читайте нас