+28 °С
Болотло


Ҡала хакимиәте яңы арт-объектты булдырыу өсөн подрядся ойошма эҙләй. Профиль торбаларынан һәм алюмин панелдәрҙән эшләнгән һәйкәл «Ватан» паркына ҡуйыласаҡ. Уны эшләү 3,8 миллион һумға төшәсәк.
Арт-объекттың атамаһы юҡ, ул П формаһындағы 3 каркастан торасаҡ, уларға семәрле тәҙрә ҡапламалары эленәсәк. Нисек уйлайһығыҙ, матурмы?