

Зур астероид Ергә табан килә һәм планетаға ҡуркыныс тыуҙыра. NASA галимдары 23 августа хәүефле хәл тураһында иҫкәртә. Фараздар хафаға һала.
Фәнни йәмәғәтселектә Ергә яҡынлашып килеүсе ҡурҡыныс астероид тураһында борсолоуҙар арта. АКШ-тың аэронавтика һәм космик киңлекте тикшереү буйынса милли идараһы (NASA) Ер тирәһендәге объекттарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, 23 августа был космик есемдең планетабыҙға максималь яҡынлашыуы көтөлә. Уның ҙурлығын, массаһын һәм тиҙлеген иҫәпкә алып, һөҙөмтәләр көтөлмәгән булырға мөмкин, тип хәбәр итәләр
НАСА мәғлүмәттәре буйынса яҡынлашып килеүсе астероидтың диаметры яҡынса километр тәшкил итә. Ул 14,25 км/с тиҙлек менән хәрәкәт итә. Күк есеме һәм Ер араһындағы фаразланған минималь ара яҡынса 6,1 миллион километр. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең планета орбитаһынан 7,5 миллион километрҙан былайыраҡ осоп уҙған объекттар ҡурҡыныс тыуҙыра.
Астероид 6037 (1988 EG) билдәһен алған был космик объект 1988 йылдың мартында уҡ астрономдар тарафынан асыла. Оҙаҡ ваҡыт ул ҡурҡыныс туыуҙырмай, әммә һуңғы йылдарҙа Ер менән яҡыная башлай. NASA галимдары мөмкин булған ҡурҡыныстар туаһрында ваҡытында киҫәтеү өсөн уның траекторияһын игғибар менән күҙәтәләр. Барлыҡ иҫәпләүҙәргә ҡарамаҫтан, 23 августа планетабыҙға гигант астероидтың яҡынлашыу һөҙөмтәләрен фаразлау бик ауыр. Ул Ергә зыян килтермәй осоп уҙыр, тип өмөтләнергә генә ҡала. Бәрелгән осраҡта ул һәләкәткә килтерәсәк.
Кешелек донъяһы юҡҡа сыҡмаһын әле.