Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Файҙалы эштәр йылы
17 Август 2023, 09:37

Турнир киң ҡолас ала

Физкультурниктар көнө уңайынан Бишбүләк райпо кубогына мини-футбол буйынса йыллыҡ турнир уҙҙы.

Турнир киң ҡолас алаТурнир киң ҡолас ала
Турнир киң ҡолас ала

Турнир йылдан-йыл киң ҡолас ала. Бишбүләк райпо кубоғы hәм иң яҡшы футбол командаһы исеме өсөн алты команда көрәште:

Бишбүләк ауылынан «Порт ҡалаһы», һайлап алыу район уйындары һөҙөмтәләре буйынса турнирға кергән Бишбүләк ауылынан «Леон», Өфө ҡалаһынан «Хан», Бәләбәй ҡалаһынан «Десна», Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «ФК Атлантис», уның составына тренерҙар hәм «ФК Атлантис»тың иң яҡшы уйынсылары hәм Әлшәй районы йыйылма командаһы керҙе.

Сәмле көрәш hәм мауыҡтырғыс матчтар серияһы һөҙөмтәһендә кубоктың эйәһе булып икенсе тапҡыр Бәләбәй командаһының «Десна» командаһы таныла, ул сираттағы тапҡыр иң яҡшы команда исемен раҫланы. Икенсе урынға Стәрлетамаҡтан «ФК Атлантис» командаһы, өсөнсө урынға Өфө ҡалаһынан «Хан» командаһы лайыҡ булды. Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары айырым билдәләнде. Билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәгән өсөн футбол яланына Башҡортостан Республикаһы футбол федерацияһы арбитраһы Елена Юрьевна Харитонова саҡырылғайны.

Барлыҡ еңеүсе командаларға аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Бар ҡатнашҡан командалар ҙа көслө инее, ләкин был уйын hәм hәр уйында еңеүселәр бар! Билдәләп үтәм, турнир футбол һөйөүселәр араһында традицион һәм популяр булды.

Айгөл ГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Турнир киң ҡолас ала
Турнир киң ҡолас ала
Автор:
Читайте нас