Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
18 Август 2023, 08:00

Арпа ярмаһы менән рассольник

Ҡыярҙар барҙа ҡышҡылыҡҡа рассольник яһайыҡ. 

Арпа ярмаһы менән рассольникАрпа ярмаһы менән рассольник
Арпа ярмаһы менән рассольник

2-3 килограмм ҡыяр, 0,5-әр килограмм кишер, һуған, алдан бешерелгән перловка ярма­һы (2-3 стакан), укроп, петрушка, самалап тоҙ, шәкәр ҡомо, 500 грамм томат пастаһы, 200 миллилитр үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы һеркә алына.

Йәшелсәне ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, һуғанды ярымҡулсалап, укропты, петрушканы турарға.

Май һалып бешерергә ҡуйырға. 40 минут быҡтырғас, перловка өҫтәп, тағы ла 5 минут ҡайнатырға, банкаларға тулты­рырҙан алда һеркә һалырға. Банкаларҙы ҡаплап, һыуынғансы юрған аҫтында ҡалдырырға. 6-7 (0,7) банка була.

Яратып ашайбыҙ, бик тәмле килеп сыға.

Ашығыҙ тәмле булһын!

https://ye102.ru

Автор:
Читайте нас