Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
21 Август 2023, 07:39

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтә

Республикабыҙ үҙенең тарихы, мәҙәниәте, үҫеше менән таныштырасаҡ...

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтәСанкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтә
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтә

 25-27 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк.

Төп саралар программаһын 26 авгусҡа планлаштырылған. Санкт-Петербург – бик ҡыҙыҡлы, тарихи ҡала. Сәфәр сиктәрендә рәсми осрашыуҙар буласаҡ. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөләсәк. Бынан тыш, бизнес-миссия эше ойоштороласаҡ.  

Санкт-Петербург иҡтисад һәм ҡала инфраструктураһы үҫешенең яҡшы динамикаһын күрһәтә, тип билдәләне республика Башлығы.

– Парк сәнғәте – был ҡала өсөн ғәҙәти күренеш. Шул уҡ ваҡытта яңы йәмәғәт биләмәләре, мәҫәлән, “Яңы Голландия” паркы барлыҡҡа килә. Төҙөкләндереү буйынса бик ҡыҙыҡлы ҡарарҙар ҙа бар, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ республика йәрминкәһен һәм Башҡортостандағы иң яҡшы ижади коллективтарҙың сығыштарын үҙ эсенә алған ҙур мәҙәни программаны иғлан итте.

Тулыраҡ мәғлүмәт - https://spb-and-bashkortostan.ru/

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтә
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтә
Автор:
Читайте нас