Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
22 Август 2023, 14:49

«Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы үтә

Башҡортостан уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн - «Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы үтәсәк.  Ул 2023 йылдың 21-25 авгусында «Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт» ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үтә.

«Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы үтә«Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы үтә
«Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы үтә

Быйыл йәй ниндәй мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуығыҙ хаҡында һөйләгеҙ һәм күрһәтегеҙ.

Акцияла ҡатнашыу өсөн:

- быйыл йәй театрҙа, музейҙа, күргәҙмәлә, концертта төшкән фотоһүрәтегеҙҙе Бәйләнештә социаль селтәрендәге шәхси битегеҙгә йәки мәҙәниәт учреждениеһы сәхифәһенә ҡуйығыҙ;

– тәьҫораттарығыҙ менән бүлешегеҙ;

– үҙегеҙҙең төбәкте, фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе күрһәтегеҙ;

– #фотолетокдш хештегын ҡуйығыҙ.

Илдең билдәле фото оҫталарынан торған комиссия иң яҡшы 30 эште һайлап аласаҡ. Улар дөйөм видеороликка индерелә, шулай уҡ культурадляшкольников.рф https://vk.cc/ccrXnr порталында баҫтырыласаҡ.

Фото: Т. АМАНОВ.

ye102.ru

«Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы үтә
«Минең мәҙәни йәйем» Бөтә Рәсәй фотоакцияһы үтә
Автор:
Читайте нас