Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
23 Август 2023, 10:18

Минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин уны 18,5 процентҡа үҫтереү тәҡдиме менән сыҡты.

Минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡМинималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ
Минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Рәсәйҙә хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләмен (МРОТ) арттырыу 2024 йылда 18,5 процентҡа планлаштырылған, был инфляция һәм хеҙмәт хаҡтары үҫеше темптарыннан шаҡтай юғары, тип хәбәр итә Рәсәй Президенты Владимир Путин шишәмбе көндә Стратегик үҫеш һәм дөйөм дәүләт проекттары буйынса совет ултырышында.

"Киләһе йылдың 1 ғинуарынан МРОТты арттырыу 18,5 процентҡа планлаштырылған. Был инфляция һәм тулайым илдә хеҙмәт хаҡтары үҫеше темптарынан юғарыраҡ буласаҡ", - тине Владимир Путин.

Рәсәй Президенты МРОТты 2024 йылдың февралендә 18,5 процентҡа, Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә ваҡытында индексацияларға тәҡдим итте. Бындай киҫкен күтәрелеү - бизнес өсөн "аҡ хеҙмәт хаҡы"н түләү сигналы, тип белдерҙе ул сағында Финанс министрлығы башлыгы Антон Силуанов.

Июндә иһә Президент 2030 йылға МРОТты ике тапҡыр арттырырға вәғәҙә иткәйне.

Фото:squarenews.ru

 https://kiziltan.ru

Минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ
Минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ
Автор:
Читайте нас