Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Август 2023, 02:40

Мәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсы

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан мәктәптәрендә балаларға яңыртылған меню тәҡдим ителәсәк.

Мәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсыМәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсы
Мәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсы

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан мәктәптәрендә балаларға яңыртылған меню тәҡдим итергә уйлайҙар. Республикала Онищенко менән Тутельян әҙерләгән төп рецептуралар йыйынтығы буйынса менюҙың ике төрө буласаҡ. Улар санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға, шулай уҡ диетология һәм нутрициология талаптарына яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Мәҫәлән, иртәнге ашҡа уҡыусыларға «Наполи» фрикаделькалары, ҡош итенән де-воляй кәтлите, эремсекле бешерелгән суфле, алма чипсылары, соуслы митболдар тәҡдим ителәсәк. Төшкө ялда уҡыусылар тауыҡ наггетстарын, «Саланики» ашын, татар азуһын, ҡыҙҙырылған картуф, һыйыр итенән чиполлеттиҙы, харчо ашын, балыҡ фишболдарын һәм ризоттоһынанан ауыҙ итә ала.

Белеүебеҙсә, республика Башлығы республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына төбәктә мәктәп туҡланыуын ойоштороуға контролде көсәйтергә ҡушҡайны. 1 сентябрь алдынан балаларға һалҡын һәм кисектерелгән аҙыҡ-түлек тәҡдим ителмәһен өсөн бөтә белем биреү учреждениеларын тикшерергә ҡушты.

Башинформ. 

Мәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсы
Мәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсы
Автор:
Читайте нас