Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
25 Август 2023, 02:14

Өфөлә фехтование үҙәге буласаҡ

Объект Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы төҙөлә. 

Өфөлә фехтование үҙәге буласаҡӨфөлә фехтование үҙәге буласаҡ
Өфөлә фехтование үҙәге буласаҡ

Нигеҙ плитәһен бетонлау менән бер рәттән, вертикаль монолит каркасын арматурлай башланылар, беренсе ҡат колонналары ла ҡуйыла. Эштәр планға ярашлы бара, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.

Әлеге ваҡытта төҙөлөш-монтажлау эштәренә ике монолитсылар бригадаһы – 25 тирәһе кеше – йәлеп ителгән. Тағы бер бригада ерҙе тигеҙләй.

Төҙөүселәр тағы контроль-тикшереү пункты, ҡаҙанлыҡ һәм трансформатор станцияһына свай ҡаҡты.

Был фехтование үҙәгендә республика һәм ил күләмендәге ярыштар үткәреләсәк. Спорт объектының дөйөм майҙаны 6500 квадрат метр тәшкил итәсәк, трибуналар 370-тән күберәк кешегә тәғәйенләнгән.

Был спорт ҡоролмаһының төҙөлөүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: building.bashkortostan.ru

https://bashgazet.ru
Өфөлә фехтование үҙәге буласаҡ
Өфөлә фехтование үҙәге буласаҡ
Автор:
Читайте нас