Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Август 2023, 14:46

Геройҙар беҙҙең арала

Полиция хеҙмәткәре Айҙар Шәйәхмәтов һыуға батҡан балаларҙы ҡотҡарған

Геройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала

Быйыл йәй бик эҫе булды. Бындай томра көндәрҙә бала-сағанан алып өлкәндәргә тиклем һыу буйында була. Әммә һыу инеүселәрҙе хәүеф тә һағалай. Ана шундай көндәрҙең береһендә, теүәлерәге 23 июлдә, балаларҙың һыу ҡойоноуы саҡ фажиғә менән тәмамланмай.   

Полиция  хеҙмәткәре Айҙар Нуриәхмәт улы тыумышы менән Айыт ауылынан. Бишбүләктә йәшәһә лә, ул ғаиләһе менән буш торған атай йортона йыш ҡайта.

- Тыуған йортобоҙ Дим йылғаһы буйында ғына, йыл һайын бында бәрәңге ултыртабыҙ. Эҫе булғанға күрә, иртүк бәрәңге күмергә сыҡтыҡ. Сәғәт 10-11-ҙәр тирәһе булғандыр, бер мәл, улым хәле бөтөп йүгереп ҡайтты ла “атай, унда һыуға баталар, тиҙерәк, тиҙерәк!” тип ҡысҡырҙы. Мин кәтмәнемде ташлап, тиҙ генә йылға буйына саптым, – ти, Айҙар Шәйәхмәт улы.

Һыу буйына килеп етеү менән, ҡыҙ баланың һыуҙа бер батып, бер ҡалҡыуын күреп, шунда ташлана һәм кескәй ҡыҙыҡайҙы ҡотҡара. Ә йылға уртаһындараҡ, һыуҙан баш күренеүен һәм ҡабат һыу аҫтына төшөп китеүен генә абайлап ҡала. Бер нисә тапҡыр сумғандан һуң, ул баланы таба һәм ҡулдарына күтәреп ярға таба атлай, әммә малай инде һушһыҙ була.

- Мин хәлдең киҫкен һәм һәр секунд ҡәҙерле булыуын иҫтә тотоп, балаға тәүге ярҙам күрһәтә башланым: яһалма һулыш эшләй башланым, арҡаһына һуҡҡылап, баланың танау-ауыҙынан һыуҙы сығарҙым. Ул арала ошо ауылда йәшәүсе Рәсим Ғиззәтуллин дә ярҙамға килеп етте. Бер аҙҙан бала аңына килде һәм һәм илап ебәрҙе, - тип ул көндөң ваҡиғаларын иҫкә ала ҡотҡарыусы.

Һыу буйындағы шау-шыуҙы ишетеп, ваҡиға урынына күршеләр ҙә килеп етә. Айыт урта мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Көҫәпҡолова “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡырта һәм шулай уҡ балаларҙың ата-әсәләренә лә хәбәр итә. Шул арала алты йәшлек ҡыҙыҡайҙың әсәһе йүгереп килеп етә, балаһын ҡотҡарған өсөн рәхмәт әйтә.

Айҙар Нуриәхмәт улы егерме йылға яҡын Эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Эшләү дәүерендә уның менән төрлө хәлдәр була, әммә бындай осраҡ - тәү тапҡыр. Эйе, полиция хеҙмәткәренең белеп эш итеүе, етеҙлеге һәм сослоғо арҡаһында ғына фажиғә булмай ҡала. Айҙар иһә быны батырлыҡ тип һанамай, «минең урында һәр кем шулай эшләр ине, ярай әле бала терелде, юғиһә, шундай хәсрәт менән артабан нисек йәшәр инем», ти.

Күпселек ауыл малайҙары кеүек, Айҙар Шәйәхмәтов һыуҙа шәп йөҙә, йәштән үк спорт менән шөғөлләнә, армия мәктәбен Таджикстанда үтә.  Тыуған яғына ҡайтыу менән Бишбүләк районының Эске эштәр бүлегенә эшкә килә. Өфө хоҡуҡ һәм иҡтисад техникумында уҡый, бер аҙҙан юғары белем ала – Өфө юридик институтын тамамлай.

Поилиция капитаны Айҙар Шәйәхмәтов үҙе лә ике бала атаһы, кәләше Рәфилә менән ике бала үҫтерәләр. Яңы уҡыу йылында ҡыҙҙары Ралина 6-сы класҡа, ә улдары Ҡадир 2-се класта уҡыясаҡ. Тормош иптәше Рәфилә Рәфит ҡыҙы һөнәре буйынса психолог, ул  район үҙәгендәге “Умка” балалар баҡсаһында эшләй. Һәр ата-әсә кеүек, улар балаларҙың тормошо  хәүефһеҙ һәм яҡты булыуын теләй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Ғаилә архивынан алынған фото.

Геройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: