Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
26 Август 2023, 12:48

10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнө

Аҙнай ауылының мәҙәниәт йортонда депутатлыҡҡа дәғүә итеүсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин менән осрашыу үтте. 

10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнө10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнө
10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнө

10 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарына һайлауҙар була. Ошо уңайҙан Аҙнай ауыл мәҙәниәт йортонда депутатлыҡҡа дәғүә итеүсе Рәмил Баҙамшин менән осрашыу үтте. Унда район Советы секретары Вадим Вәлиулла улы Булатов, Дим ауыл Советы ауыл хәкимиәте башлығы Сергей Михайлович Ходак ҡатнашты.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил улы 1980 йылдың 30 июлендә Үзбәкстандың Ленинабад ҡалаһында тыуған. 1993 йылда уларҙың ғаиләһе Бәләбәйгә күсенеп ҡайта. Рәмил Шәфҡәт улы Бәләбәй Совхоз-техникумын “ҡыҙыл диплом”ға тамамлай, унан һуң башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белем ала. Әлеге мәлдә юриспуденция белемен камиллаштыра. Ул күптән хәйриәлек менән шөғөлләнә, 2022-23 йылда махсус мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙ янында булып, М.Доставалов. М.Шаморатов яугирҙәре алдында концерт менән сығыш яһаған.

Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт йыйылышы —Ҡоролтайына һайлауҙарға 35-се һайлау округы буйынса (Бәләбәй, Приют, Бишбүләк) депутатлыҡҡа кандидат итеп Рәмил Баҙамшин да теркәлгән. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы әйтеүенсә, уға ауыл халҡының тормошо һәм проблемалары яҡшы таныш.  

Һәр ерҙәге кеүек, был йыйылышта ла ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәьәләләрҙе күтәрҙе. Һорауҙар башлыса юлдарҙың торошо, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, юлдарҙы ремонтлау эштәренә ҡағылды. Аҙнаһына бер тапҡыр йөрөүсе “Бишбүләк-Дим” маршрутының ауылға тиклем килмәүе лә күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Ауылдың өлкән йәштәгеләренең береһе - Юлай ағай үҙ һүҙен әйтте. Ауылды уртаға бүлеп ағыусы Өйәҙе аша һалынған күпер аша йөрөү йылдан-йыл хәүефле була бара. Айырыуса яҙғы-көҙгө бысраҡта унан үтеүе – үҙе бер бәлә. Ысынлап та, 57 йыл элек һалынған күпер күптән инде ремонт талап итә. Ғүмере буйы ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт иткән хаҡлы ялдағы Миҙхәт Мөхәмәтшин иһә ауыл халҡының пай ерҙәре тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Шулай уҡ Әлфинә Лоҡманова ла үҙен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте һәм депуттарҙың халыҡ һорауына ҡолаҡ һалыуын үтенде.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.   

10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнө
10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнө
10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнө
10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнө
Автор:Гумерова Л
Читайте нас