

Бөгөн Бүздәктең спорт һәм ял паркында Бәлеш фестивале – милли аш-һыу байрамы үтте. Сара хаҡында райондағы коллегаларыбыҙ хәбәр итә.
– Фестиваль районыбыҙҙа алтынсы тапҡыр үтә, унда ҡатнашыусылар һаны ла йылдан-йыл арта, – тип билдәләне сығышында район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев.
Бүздәк районында 31 милләт вәкиле үҙ-ара татыулыҡта ғүмер итә. "Тыуған төйәгебеҙ гел дуҫлыҡ урыны, төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә уртаҡ йорт булып ҡалһын өсөн күмәкләп тырышабыҙ", – тине район етәксеһе.
Фетивалдең иң көтөлгән мәле – ҙур бәлеште телеү. Уны бешерер өсөн район оҫталары ҙур таба ла сүкегән, мейес тә һалған. Байрамдың төп һыйын әҙерләүгә 15 килограмм он, 40 килограмм картуф һәм 20 килограмм ит киткән. Сараның абруйлы ҡунаҡтары ҙур бәлеште телеп, байрамға килеүселәрҙе һыйлаған.
Фестиваль бәлеш бешереү буйынса оҫталыҡ класы, милли аш-һыу күргәҙмәләре, сувенир лавкалары, уйын-көлкө майҙансыҡтары гөрләп торған. Бынан тыш, халыҡғ кәсепселәре йәрминкәһе, ҡатан-ҡыҙҙар биләмәһе эшләгән, концерт, спорт саралары үткәрелгән.
Махсус, патриотик темаға арналған майҙансыҡта махсус хәрби операцияла, локаль һуғыштарҙа, хәрби ҡаршылыҡтарҙа ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт тупланған.
Байрамда Бүздәк, Мишкә, Кушнаренко, Благовар, Саҡмағош, Шишмә, Өфө, Туймазы, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ райондарынан, Өфө, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан вәкилдәре ҡатнашҡан.
Фотолар - Бүздәк районынан.
https://bashgazet.ru