

Санкт-Петербургтағы Башҡортостан көндәре программаһына ярашлы, Дәүләт академия капеллаһында башҡорт милли ихатаһы асылды. Ул "Күсмә халыҡ ере - легендалар төйәге" тип атала.
Үҙенсәлекле майҙансыҡта һәр кем һирәк кәсептәргә өйрәнеүҙә үҙен һынап, милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарай, башҡорт халҡының йолалары, ғәрәф-ғәҙәттәре хаҡында белә ала.
Милли ихатала боронғоға тиңләштереп эшләнгән тирмә тора, уның эсе тулыһынса боронғоса йыһазландырылып, көнкүреш әйберҙәре элекккесә, шартына килтереп урынлаштырылған.
Милли ихатаға килеүселәрҙе айырыуса халыҡ сәнғәте, кәсептәре буйынса оҫталыҡ һабаҡтары ҡыҙыҡһындыра.
Башҡорт ихатаһын өс көн барған сара барышында, 25-27 августа килеп күрергә мөмкин.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru