Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
31 Август 2023, 13:00

Ауылда уны хөрмәт итәләр

Бикҡол ауылында йәшәүсе Илгиз Батраев атай-олатайҙарының һөнәрен дауам итә. 

Ауылда уны хөрмәт итәләрАуылда уны хөрмәт итәләр
Ауылда уны хөрмәт итәләр

Ветеринар — иң күркәм, кешелекле hөнәрҙәрҙең береһе. Бында осраҡлы кешеләр булмай, һәләт кәрәк. Бикҡолдан Илгиз Сәфиулла улы Батраев 20 йылдан ашыу ветеринария өлкәһендә эшләй. Хеҙмәт  кенәгәһендә беренсе яҙыу 1996 йылда яҙылған — «Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативының ветеринария фельдшеры». 2021 йылдан ул Айыт участок ветеринария дауалау йорто  мөдире вазифаһын башҡара. Yҙ бурыстарын профессиональ кимәлдә үтәй. Был эште яҡшы белә, күп йыллыҡ практик тәжрибәһе бар, эшкә бик яуаплы ҡарай. Уға ышанып тапшырылған участокта улар мал врачы врачы Раушания Хәмит ҡыҙы Ғәтиәтуллина менән бергә 13 тораҡ пунктҡа, 10 крәҫтиән (фермер) хужалығына, биш ауыл хужалығы предприятиеһына хеҙмәт күрһәтә, уларҙа 2800 баш һыйыр малы, 1100 баш ваҡ мал, 300 баш ат, 6300 баш ҡош-ҡорт, 1300 умарта иҫәпләнә. Участокта Илгиз Сәфиулла улы диагностик тикшеренеүҙәр, дауалау-профилактика саралары үткәреү буйынса көндәлек тырыш хеҙмәттән торған тотороҡло эпизоотик именлеккә ирешкән hәм уны һаҡлап ҡала.

План буйынса еткерелгән саралар билдәләнгән ваҡытта һәм 100 процент менән үткәрелә. Илгиз Батраев үҙенең ветеринар hөнәрен һайлағанына бер тапҡыр ҙа үкенеүен белдермәй, сөнки ул олатаһы Булат Әхмәҙи  улы hәм атаһы Сәфиулла Булат улының эҙҙәре буйынса киткән. Һөнәри бурыстарын намыҫ меән үтәүенә, үҙ  «пациент»тарына иғтибарлы мөнәсәбәте өсөн ауылдағы ветеринарҙы барыһы ла хөрмәт итә. Юғары һөнәри оҫталығы hәм республиканың ветеринария хеҙмәтендә кyп йыллыҡ хеҙмәте өсөн 2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идараһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.

— Ғәҙел, ярҙамсыл, үҙ эшенең профессионалы, яҡшы хужалыҡсы! Беҙ уны бик юғары баһалайбыҙ, — тиҙәр Бишбүләк район ветеринария станцияһында ветеринария врачы тураһында.

— Тәү сиратта даими рәүештә өйрәнергә кәрәк, сөнки бер теләк булыуы ғына етмәй. Хайуандарға кешесә ҡарарға, уларҙың ауырыуын hәм ҡайһы берҙә ашығыс ярҙам кәрәклеген аңларға кәрәк, — ти үҙ һөнәренең оҫтаһы. — Нормалаштырылмаған эш графигына әҙер булырға кәрәк. Һинең ярҙамың ҡасан кәрәк буласағын бер ҡасан да белмәйһең бит. Кеше булмаһа, хайуанға тағын кем ярҙам итһен? Бигерәк тә хәҙер эшлләү еңелерәк, сөнки барлыҡ йыһаздар ҙа бар. Хәҙерге ваҡытта ишек алдарында һыу ҡоштарына вакцинация яһайбыҙ.

Илгиз Сафиулла улы туғандары тураһында һөйләне, улар, уның әйтеүе буйынса, уға ышаныслы тыл булып торалар. Ҡатыны Розалия йәмил ҡыҙы фельдшер булып эшләй, Бикҡол hә!м Набережный ауылларында йәшәүселәрҙең сәләмәтлеген һағында тора. Батраевтарҙың мәктәптә уҡыусы ике улдары бар— Байрас менән Байназар.Эштән буш ваҡытта улар тәбиғәттә ял итeргә ярата, ауылдың ижтимағи тормошонда актив ҡатнашалар.

Ауылда ветеринар ваҡыт hәм алыҫлыҡҡа ҡарамаҫтан, ярҙамға ашыға. Ул, асылда, шул уҡ врач, хайуандар өсөн генә: өйгә hәм ишек алдына профилактик әңгәмә менән килгәс, барлыҡ хайуандарҙы — һыйырҙан алып бесәйгә ҡәҙәр тикшерәсәк: ҡайһыһына прививка яһай, ҡайһыһына дауалау билдәләй. Ауылдағы ветеринар врачын хөрмәт итәләр, уның фекеренә ҡолаҡ һалалар.

Галина ВАРИКОВА.

Фо то Илг из Б ат ра евтың шәхси аврхивынан.

Ауылда уны хөрмәт итәләр
Ауылда уны хөрмәт итәләр
Автор:
Читайте нас