+28 °С
Болотло


Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов алтын һәм көмөш миҙалдарҙың БДИ-ға өҫтәмә нисә балл бирәсәген белдерҙе.
"Бөгөн беҙ Мәғариф һәм фән министрлығы менән килештек: алтын миҙаль өсөн БДИға – өҫтәмә биш балл, ә көмөш миҙал өсөн өс балға тиклем өҫтәлергә мөмкин», — тине министр “Соловьев Live” телеканалы эфирында.
Билдәле булыуынса, ағымдагы уҡыу йылынан башлап көмөш миҙалды аттестатта 1-2 “дүртле”һе булған уҡыусылар ала аласаҡ. Көмөш миҙал II дәрәжә “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” тип аталасаҡ.
Фото: kvcsmolensk.ru