

Был эште юлсылар РФ Президенты Владимир Путиндың “Май указдары”на ярашлы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” (“Безопасные и качественные дороги”) милли проекты ярҙамында атҡарып сыҡты. Урамдың 14-се йортонан алып Парк урамына тиклем өлөшө ремонтланды.
“Кисә генә юлдың ошо өлөшө насар ине, ә бөгөн был 0,5 км оҙонлоҡтағы ара “ялт итеп” тора. Бында юлды эшлүәҙән тыш яңы бордюрҙар ҡуйылды, һыҙыҡтар (билдәләр) һыҙып, һыҙаттарға айырылды, – тип һөйләп үтте башҡарылған эштәр тураһында Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников. Хәҙер юл автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә, йәйәүлеләргә лә бик уңайлы булып ҡалды.
Шуныһы ла мәғлүм булһын: урамдың был өлөшөндә социаль объекттар урынлашҡан.
Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотоһы.