+30 °С
Болотло


Эш барышы:
Ярты стакан иретелгән аҡ майҙы бер стакан он менән бутайбыҙ. Шуға 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 200 грамм кефир ( ойоған һөт тә бара), 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә (күпертеп алырға ла әҙ генә шәкәр ҡомо, һыу ҡушырға) һәм он ҡушып ҡамыр баҫырға.
Эслек өсөн:
2 стакан баланды ярты стакан һыуға шәкәр ҡомо, он һалып (1 стакандан артыҡ шәкәр ҡомо, 3 ҡалаҡ он) ҡуйырғансы бешерергә.