

Бер балаға лайыҡлы тәрбиә биреү ҙә – оло хеҙмәт, ә беҙҙең районда үрнәк булырлыҡ күп балалы әсәләр байтаҡ. Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Гөлназ белән Арсен Халиҡовтар ғаиләһендә лә биш бала үҫә. Ғаилә башлығы баштағы йылдарҙа фермер хужалығы алып барһа, һуңғы осорҙа шәхси техникаһы менән халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Гөлназ Фәнис ҡыҙы әлегә балалар тәрбиәләү, йорт эштәре менән мәшғүл.
- Мин үҙем Стәрлебаш районының Ҡуғанаҡбаш ауылында тыуып-үҫтем. Мәктәптән һуң, Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамланым. Ҡаланың инфекцион дауаханаһында эшләгән мәлдә Арсен менән таныштыҡ. Ә инде декрет ялына сыҡҡандан һуң, Ҡаныҡайға йәшәргә ҡайттыҡ. Хәҙер бергә тора башлауыбыҙға 12 йыл була. Был икебеҙҙең дә икенсе никахы, беҙҙең өс уртаҡ балабыҙ бар, - тип, ғаилә тарихы менән таныштыра яғымлы хужабикә.
Ғаиләләге балаларҙың дүртәүһе уҡыусы: Камила һәм Милана Бәләбәйҙәге башҡорт гимназия-интернатында белем ала, Лияна Ҡаныҡай мәктәбенең 4–се, Ленар 2-се класында уҡый. Иң кеселәре Амелияга - 4 кенә йәш әле. Гөлназ Фәнис ҡыҙы балалары менән сикһеҙ ғорурлана. Барыһы ла мәктәптә тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә. Төрлө конкурстарҙа, шиғыр бәйгеләрендә үҙҙәренең сығыштары менән һоҡландырған ҡыҙҙар “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсы призерҙары. Лияна ла апайҙарынан ҡалышмай, уның сығышын тыңлауы - үҙе бер кинәнес. Бынан тыш, һәләтле ҡыҙ йырларға ярата һәм рәсем төшөрөү менән мауыға. Эйе, бөгөндән улар алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуға өлгәшергә ынтылып йәшәй.
Ғаилә, күпселек ауыл кешеләренә хас булғанса, ишле мал-тыуар аҫрай. Ике һыйыр һауалар, бройлер себештәре, өйрәк-ҡаҙ үҫтергәндәр. Улар бергә малын да ҡарай, баҡсаһын да үҫтерә. Бында һәр кемдең көсөнә ҡарап эш бүленгән, мәҫәлән, Лияна менән Ленар һыйыр-башмаҡтарҙы көтөүҙән алып ҡайта, ҡаҙҙарҙы һыу буйына ҡыуа, быҙауҙарҙы эсерергә ярҙам итә. Ҡыҙҙарҙың ҙурҙары - Камила менән Милана әсәйҙәренең яҡын ярҙамсылары ла, кәңәшселәре лә, серҙәштәре лә. Быйыл мәктәпте тамамлаясаҡ Камила үҙен киләсәктә генетолог итеп күрә. Өйҙәренең йәме – дүрт йәшлек Амелияға ла бик иғтибарлы ағай-апайҙары. Барыһы ла бергә йыйылғанда, өйҙәре балаларҙың шат тауыштарына күмелә.
Гөлназ Фәнис ҡыҙы 2022 йылдың 21 ноябрендә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Бындай бүләк — тормошта иң ҡәҙерлеһе балалар икәнлеген иҫбатлау ул.
- Үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Ҡыҙҙарым ҡул араһына керә инде, кәрәк икән, һыйыр ҙа һауалар, кәрәк икән, туҡмас та киҫәләр. Камила ҡыҙым бешеренергә ярата, ул йыш ҡына төрлө тәмле ризыҡтар әҙерләп беҙҙе һыйлай. Бергәләшеп әллә күпме компот яптыҡ, ҡышҡа салаттар әҙерләнек. Апайҙары кескәйҙәрҙе бик ярата, уларҙы ҡараша. Йәйгеһен ишек алдында самауыр ҡайнатып, бар ғаилә менән табын ҡороп, сәй эсергә яратабыҙ, - ти, бәхетле әсәй.
Күп балалы ғаиләлә күңелһеҙләнеп ултырып булмай. Бында барыһы да бергә эшләй, бергә ял да итә. Йәйге эҫе көндәрҙә балалар бергәләп еләк йыйған, мунса миндеге бәйләгән, Димгә һыу ҡойонорға йөрөгән. Кесе йәштәгеләр мәҙәниәт йортонда һәм китапханала уҙғарылған сараларҙа ҡатнашҡан.
Ишле ғаиләләр кеүек, Халиҡовтар өсөн август аҙағы бер аҙ мәшәҡәтле булған, сөнки биш баланың дүртәүһен мәктәпкә әҙерләгәндәр. Һәр балаға тейешле пособие алалар, әммә хөкүмәт түләүҙәре һөйөндөрһә лә, күп балалы ғаиләнең кеременә ҡарағанда, сығымы күберәк.
- Бәләбәй гимназияһында уҡыусы ҡыҙым Милана өсөн уҙған йыл айырыуса яуаплы булды, быйыл Камила БДИ тапшырасаҡ, әле үк уға әҙерләнә башланы инде. Ҡыҙҙарыбыҙ ике аҙна һайын ҡайтып тора. Балалар белем алһын тип тырышабыҙ, әлбиттә, тормошта барыһы ла шыма ғына бармай, улары ваҡ мәшәҡәттәр тип иҫәпләйем. Шулай ҙа ғаиләнең йылы усаҡ икәнен онотмайыҡ. Сөнки ул ни тиклем ныҡлы булһа, йылылығы шул тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфәҡәтле, киләсәктә оло таянысы булыр тип өмөт итә, - ти балаларының уңыштарына һөйөнөп, борсолоуҙарын уртаҡлашып йәшәүсе әсәй.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
шәхси архивтан алынған фото.