Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
7 Сентябрь 2023, 08:23

Уңышҡа тырыш хеҙмәт менән ирешелә

Салауат Юлаев исемендәге кооператив яҡшы күрһәткестәргә ирешә.

Уңышҡа тырыш хеҙмәт менән ирешеләУңышҡа тырыш хеҙмәт менән ирешелә
Уңышҡа тырыш хеҙмәт менән ирешелә

Был аҙна башында яҡшы һауа торошо район аграрийҙарының эшенә ярҙам итте, улар мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк — ямғырҙарға ҡәҙәр — үҫтерелгән уңышты йыйып алырға hәм көҙгө культуралар сәсeргә ынтыла. Һәр минут ҡәҙерле, эш иртәнән кискә ҡәҙәр дауам итә.

Салауат Юлаев исемендәге кооператив үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла алдынғы күрһәткестәргә ирешә. 2012 йылдан хужалыҡ менән Илгиз Әсфәндиәров етәкселек итә. Ауыл хужалығы етештереү кооперативы ағымдағы эштәрҙе уңышлы хәл итеп, яңы урындар үҙләштерә, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай.

— Хужалыҡта урып-йыйыу кампанияһы тамамланыуға яҡынлаша. Дөйөм майҙаны 507 гектарҙан ашыу яҙғы культуралар: бойҙай, һоло, арпа йыйып алынды. Көҙгө арыш hәм көҙгө бойҙайҙы урып-йыйыу эштәре тамамланды, уларҙың сәсеү майҙаны 240 гектар ине. Киптерелгән сорттарға айырылған иген склад биналарына һалынды, — тип таныштыра урып-йыйыу эштәре барышы менән Илгиз Ишмөхәмәт улы. — Үҫтерелгән игендең 90%-ты йыйып алынды. Ҡарабойҙайҙы йыяһы ҡалды, бөгөн-иртәгә был эште тамамлайбыҙ. Унан һуң сиратта — көнбағыш.

Ашлыҡ амбарында булғандан һуң, Биҡҡол ауылы янындағы баҫыуға яҡынлашабыҙ. Эшләүсе комбайндар тауышы ишетелә — ҡарабойҙай һуҡтыралар. Бункерҙан төйәлгән уңышты ындыр табағына ташу өсөн баҫыу ситендә әҙер КамАЗ тора. Хаҡлы ялдағы шофер Нәзиф Нәбиуллин хужалыҡҡа ярҙам итә.

— Уҙған йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, һөҙөмтәләр аҙыраҡ — иген уңышы төрлөсә, гектарынан уртаса 15 центнер тәшкил итә, — ти Илгиз Әсфәндиәров. — Быйылғы йыл өсөн һөҙөмтә насар түгел, тип һанайым. Уҙған йылғы уңыш та бар: һолы, бойҙай, етен.

Даими рeвештә С.Юлаев исемендәге кооперативта 15 кеше эшләй. Урып-йыйыу эштәре ваҡытында килешеү буйынса тағын ете механизатор эшкә алынған.

 Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртырға төрлө дәүләт программалары, ташламалы кредиттар ярҙам итә. 2016 йылда хужалыҡ “Полесье” комбайнын, ике йыл элек “Нова — 340” комбайнын һатып алған. «Беларус» тракторы, Т-150, К-700 тракторы бар. Һуңғы ике-өс йылда төрлө тағылма ҡорамалы һатып алынған: ашлыҡ йыйыу комбайны өсөн йыйыусы платформа, көнбағыш йыйыу өсөн ҡоролма, һиптергес, пресс-йыйғыс, каток, дисклы һабан һ.б..

— Эшсе ҡулдар етешмәй, — тип зарлана тәжрибәле хужа. — Ашлыҡ һатып алыу хаҡтары түбән, һорау ҙа юҡ. Солярка көндән-көн ҡиммәтләнә бара.

Һөйләшеүҙе дауам итеп, хужалыҡ етәксеһе ауыл хужалығы предприятиеһының ҡаҙаныштары коллективтың намыҫлы hәм сифатлы эшенә туранан-тура бәйле, тип белдерә. Һәр хеҙмәткәр крәҫтиән хеҙмәтенә тоғро, hәр ҡайһыһы тапшырылған эште яуаплы башҡара. Т-150 тракторында яҙғы культураларҙы сәсеү өсөн тупраҡты механизатор Ринат Фәрхетдинов эшкәртә. Ашнаҡсы Гөлгөнә Юнысова эшселәрҙе аш менән һыйлай. Әхтәм Сәлихов, пенсияға сыҡһа ла, Т-150 коробкаларын ремонтларға ярҙам итә. Склад биналарын, ындыр табағын склад мөдире Альмира Әсфәндиәрова тәртиптә тота. ЗАВ операторы Радик Мортазин ындыр табағында 2013 йылдан бирле эшләй, йыйылған уңышты беренсе hәм икенсе тапҡыр таҙарта.

Ауыл хужалығы етештереүҙең дөйөм күләменә малсылыҡ ҙур өлөш керетә. С.Юлаев исемендәге кооперативта ит йүнәлешендәге һыйыр малы үрсетеү һәм ат аҫрау менән шөғөлләнә.

— Фермала 200 баш һыйыр малы аҫрайбыҙ. Уларҙы йыл әйләнәһенә өс кеше ҡарай. Атты ныҡлап үрсетергә ниәтләйбеҙ. Уҙған йылда  грант саралары ярҙамында 50 баш башҡорт тоҡомло ат һатып алынды. Планда — ҡымыҙ етештереү, — ти Илгиз Ишмөхәммәт улы. — Әлбиттә, эшсе ҡулдар етмәү сәбәпле ауырлыҡтар бар. Һауынсылар  булмағас, быҙауҙарҙы имеҙәбеҙ. Бында ла эшселәр кәрәк.

Хужалыҡта фураж, сенаж hәм һыуһыл аҙыҡ запасы шаҡтай күп, уҙған йылғы запастар ҙа бар. Ҡышҡы осорҙа бында мал аҫрауға әҙерҙәр. Хужалыҡ етәксеһе билдәләп үтеүенсә, кардаларҙы бер аҙ ремонтлайһы hәм йылытаһы ғына ҡалған.

— Тырышабыҙ, эшләйбеҙ. Аҙыҡ бар, ашлыҡ бар. Проблемалар күп, хәл итeргә тырышабыҙ, әкренләп иҫке хужалыҡ ҡоролмаларын тергеҙәбеҙ, тәртип урынлаштырабыҙ. Тик тормайбыҙ, алға барабыҙ, — тип йомғаҡлай һүҙен хажалыҡ етәксеһе.

Ирина ФОМИНА.

Автор фотоһы.

 

Уңышҡа тырыш хеҙмәт менән ирешелә
Уңышҡа тырыш хеҙмәт менән ирешелә
Автор:
Читайте нас