Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
11 Сентябрь 2023, 06:55

Һауа торошо

Башҡортостанда аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы була

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Башҡортостанда яңы аҙна ямғыр менән башлана, көндәр бер аҙ йылыта. «Башинформ»ға Башгидромет синоптиктарынан билдәле булыуынса, бөгөн, 11 сентябрҙә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә, ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндөҙ һауа +11, +16 градусҡаса йылына.

Шишәмбе, 12 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡ-көнсығыштан. Төндә  +4, +9, көндөҙ +13 +19 градус йылы.

Шаршамбы, 13 сентябрҙә, йәнә ямғыр яуа. Ел төндә төньяҡтан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Төндә  +3, +8, көндөҙ +14, +19 градус була.

https://www.bashinform.ru

Һауа торошо
Һауа торошо
Автор:
Читайте нас