

Сентябрь айы баҫыу-ҡырҙарҙа ураҡ эштәренең гөрләгән мәле. Беҙ Салауат Юлаев кооперативына командировкаға барғанда, эштең ҡыҙыу сағы ине. Аҡһыл-һары төҫкә мансылған ҡайындар фонында яланды иңләп йөрөгән баҫыу караптарын күҙәтеп тороуы айырыуса күңелле. Тик игенселәрҙең һәр минуты иҫәпле, уларҙың тәбиғәткә ҡарап һоҡланып торорға ваҡыттары юҡ.
Бикҡол ауылы янындағы тип-тигеҙ итеп яҫмаларға һалынған ҡарабойҙай баҫыуын комбайндар иңләй. Эштәр йылдам бара, сөнки бында тормоштарын ауыл менән бәйләгән һәм ерҙә эшләгән, уртаҡ уңышҡа үҙ өлөштәрен индергән кешеләр эшләй.
Комбайн штурвалы артында ултырыусы Ҡасимов Илшат менән Азат Сиражетдинов ҡарабойҙай һуҡтыра. Уңыш гектарынан уртаса 15 центнер тәшкил итә. Ни тиһәң дә, яҙғы һалҡын көндәр һәм ҡырау төшөүе үҫентеләргә шаҡтай зыян килтергән.
Ураҡ осоронда алыштырғыһыҙ эшселәрҙең береһе – Айыт ауылында тыуып үҫкән Азат Сиражетдинов. Егерме йылдан ашыу эш стажы булган тәжрибәле механизатор "Палессе" комбайнында эшләй.
- Мин бишенче йыл инде кооперативҡа ярҙам итәм. Үҙемә ышанып тапшырылған техниканы ваҡытында ҡарап-ремонтлап торам, май-яғыулыҡ менән дә проблемалар юҡ. Урып-йыйыу эштәре бөткәс, комбайнды тапшырып, һаҡлауға ҡуясаҡбыҙ, - ти ул, ҡыҫҡа ғына әңгәмә барышында.
Илшат Ҡасимовҡа Ҡаныҡай һәм Бикҡол ауылындағы баҫыуҙарҙың һәр бөгөлө таныш. Бәләбәй филиалының Бишбүләк ауыл хужалығы механикалаштыру һәм электрлаштырыу колледжында уҡып, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштергән Илшат ун йылдан ашыу хужалыҡта эшләй. Урып-йыйыу эштәре башланыу менән ул комбайнға ултырып, үҙе үк сәскән игенде йыйып алған.
- Яҙғы сәсеүҙән алып көҙгә тиклем эшләйем. К-700 тракторында ер һөрҙөм, шунан бойҙай, арпа, арыш сәсеүҙә ҡатнаштым. Әлеге ваҡытта ике йыл элек кооперативҡа ҡайтарылған “NOVA-340” комбайнында эшләйем, уны элеккеләре менән сағыштырырлыҡ түгел, бик уңайлы, кондиционеры ла бар, - тип һөйләй механизатор Илшат Фәнзил улы.
Бында “баҫыу-ындыр табағы” һәм “ындыр табағы - баҫыу“ конвейырының өҙлөкһөҙ эшләүе тейешле кимәлдә ойошторолған. Комбайндан алынған игенде ындыр табағына шофер Назиф Нәбиуллин ташый.
- Мин күптән пенияла инде, шулай ҙа дүртенсе сезон бында эшләйем: сәсеү һәм урып-йыйыу ваҡытында руль артындамын. Баҫыуҙан ындыр табағына көнөнә 12-13 рейс яһайым, - ти КамАЗ руле артында йөрөүсе водитель.
Барлыҡ эштәрҙең барышы менән кооператив етәксеһе Илгиз Ишмөхәмәт улы идара итә.
- Быйыл ураҡҡа иртәрәк төштөк. Хәҙер инде эштәр тамамланыуға табан бара. Ҡоро саҡта барлыҡ ашлыҡ келәткә һалынды, - тип, ул иген тулы амбарҙы асып күрһәтә. – Хәҙер беҙгә 350 гектар майҙандағы көнбағышты йыйып алаһы ҡалды. Көндәр аяҙ торһа, уныһын да тиҙ арала башҡарып сығырбыҙ. Унан һуң быйылғы ураҡ сезонын ябырға ла була.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.