Юлбарыҫ балаһы - Милананың символы, сөнки ул Юлбарыҫ йылында тыуған. Бынан тыш, Сафина баш ҡала ҡунағын тәмле башҡорт балы менән ҡыуандырырға ҡарар итте.
Ҡыҙ күптән Милана менән осрашырға хыяллана һәм Өфөлә уның яратҡан блогеры ҡатнашлығында «Әйҙә уйнарға» беренсе Бөтә Рәсәй уйындар фестивале үтеүен белгәс, сувенир һәм татлы бүләк тапшырыу өсөн ошондай мәлде күҙ уңынан ысҡындармаҫҡа тырышты.
Сафина һөйләүенсә, юлбарыҫ Октябрьский ҡалаһындағы «Башҡорт фарфоры» заводында эшләнгән - ул ысынлап та башҡорт тарихын йөрөтә һәм Миланала ҡала.
Был көн айырыуса Сафинаның хәтерендә ҡала, сөнки хәҙер ул теләһе ҡайһы хыялдың тормошҡа ашыуын белә, иң мөһиме - ҡыйыу рәүештә хыялланырға һәм уға ынтылырға!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 сентябрҙән 17-нә тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән Өфөлә «Әйҙә уйнарға» беренсе бөтә Рәсәй уйындар фестивале уҙа. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы ойошторҙо.