Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Сентябрь 2023, 09:16

"Асыҡ ауыҙ" рецебы

Хужабикәләр, әйҙәгеҙ әле яҡындарыбыҙҙы асыҡ ауыҙ менән һыйлайыҡ. Ҡамыры ябай ғына, йомшаҡ ҡына килеп сыға, ашауға ла тәмле. генә.

"Асыҡ ауыҙ" рецебы
"Асыҡ ауыҙ" рецебы

Ҡамыр өсөн:

350 гр он
бер сынаяҡ әсегән һөт
ярты сынаяҡ шәкәр
1 сәй ҡалағы сода
 200 гр аҡ май
 1 йомортҡа
Ошоларҙы бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ, 10-15 минут ял иттерегә ҡуябыҙ.
Шул арала эслек әҙерләйбеҙ.

Эслек өсөн:
 

ит турағыстан үткәрелгән муйыл (муйыл булмаһа, повидло ла ярай), ҡамырығыҙға ҡарап самалап алығыҙ;
ярты сынаяҡ шәкәр;
 2 аш ҡалағы манный ярмаһы;
1 аш ҡалағы көнбағыш майы.
Бөтәһен бергә ҡушып ныҡ ҡына итеп болғайбыҙ.

Әҙер ҡамырҙы уртаса ҡалынлыҡта йәйәбеҙ, түңәрәктәргә киҫеп сығабыҙ, бәләкәй сәй ҡалағы менән муйылды һалып сығабыҙ һәм ныҡ ҡына итеп ҡыҫтырабыҙ.
30 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.

Тәмле генә асыҡ ауыҙҙар әҙер😋

Р/s муйылы шыйығыраҡ һымаҡ күренһә, 2 аш ҡалағы кисель өҫтәгеҙ, шулай итһәң, бешергәндә һуты аҡмай

https://vk.com/huzabika

"Асыҡ ауыҙ" рецебы
"Асыҡ ауыҙ" рецебы
Автор:
Читайте нас: