Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
21 Сентябрь 2023, 10:26

Теш врачы янына – мәктәпкә

Бишбүләк 3-сө урта мәктәбендә теш врачы Ирина Әмирхан ҡыҙы Дәүләтшина кескәй пациенттарҙы ҡабул итә.  

Теш  врачы янына – мәктәпкәТеш  врачы янына – мәктәпкә
Теш врачы янына – мәктәпкә

Яңы уҡыу йылының беренсе көнөндә Бишбүләк ауылының 3-сө һанлы айырым фәндәрҙе тәрн өйрәнеүсе урта мәктәбендә стоматология кабинетын асыу тантанаһы булды. Уҡыусыларға бындай бүләк мәктәптең беренсе директоры, хәҙерге ваҡытта район мәғариф бүлеге мөдире Изольда Николаевна Родичкина инициативаһы, район хакимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов hәм үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Фәнил улы Абдуллиндың уртаҡ тырышлығы менән булдырылған.

Кабинетта бер стилдә ремонт яһалған. Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы үҙ аҡсаһына кабинетты ғәмәлдәге стандарттарға яраштырып кәрәкле заманса стоматология йыһаздары менән йыһазландырылған — был маҡсаттарға яҡынса 1000000 һум аҡса сарыф ителгән. Мәктәп администрацияһы директор Владислав Иосифович Петров йыһаздарҙың бер өлөшөн һатып алырға ярҙам итә, компьютер hәм принтер бүлеп биргән. Yҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Светлана Федоровна Хикмәтова кәрeкле документарҙы  рәсмиләштереүҙә ҙур ярҙам күрһәткән. Мәктәп уҡыусылары тикшереү уҙған. Аҙнаһына ике тапҡыр үҙәк район дауаханаһының балалар теш врачы Ирина Әмирхан ҡыҙы Дәүләтшина ҡабул итә, уға эшендә шәфҡәт туташы Вера Михайловна Тимофеева ярҙам итә.

— Барлыҡ уҡыусылар ҙа тикшереү уҙғас, дауалай башлайбыҙ, — тип һөйләй Ирина Әмирхан ҡыҙы. — Төп эштән тыш, айҙың беренсе hәм өсөнсө аҙнаһында айырым 3-сө урта мәктәптең стоматология кабинетында, ә айҙың икенсе hәм дүртенсе аҙнаһында  — Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбендә ҡабул итәм. Тиҙҙән беҙгә яңы теш врачы килеүен көтәбеҙ. Хәҙер мәктәп уҡыусыларына дауаханаға теш врачына яҙылырға кәрәкмәй. Квалификациялы стоматологик ярҙамын улар заманса йыһаздар менән уңайлы мәктәп стоматология кабинетында уҡыуҙан айырылмайынса аласаҡтар.

Ирина ФОМИНА.

Автор фотоһы.

Теш  врачы янына – мәктәпкә
Теш врачы янына – мәктәпкә
Автор:
Читайте нас