Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
22 Сентябрь 2023, 15:00

Бәхет силәктәрегеҙ мөлдөрәмә тулы булһын

Ҡаныҡай ауылында өлгөлө ғаиләләрҙең береһе – Гүзәлиә һәм Фәрит Ноғомановтар йортона дүртенсе килен төштө.

Бәхет силәктәрегеҙ мөлдөрәмә тулы булһынБәхет силәктәрегеҙ мөлдөрәмә тулы булһын
Бәхет силәктәрегеҙ мөлдөрәмә тулы булһын

Халыҡбыҙ элек-электән көҙгө муллыҡта туйҙар уҙғарған. Тәбиғәт алтынһыу төҫкә ингән мәлдә, Ҡаныҡай ауылы егете Азат менән Бикҡол ауылы ҡыҙы Зилә сәстәрен-сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡорҙо. Азат менән Зилә икеһе лә ғаиләләрендә кинйә бала: егет Себер тарафтарында эшләп йөрөһә, кәләш һөнәре буйынса – табип.

Киленде кейәү йортона төшөрөү йолаһы бар ауыл халҡы өсөн дә көтөп алынған ваҡиға. Һәр ваҡыт ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып башҡаралар ошо мәртәбәле йоланы. Инде өс тапҡыр ҡәйнә булырға өлгөргән Гүзәл Фазлиәхмәт ҡыҙы дүртенсе киленен дә йола буйынса, ап-аҡ мендәргә баҫтырып, “телең балдай татлы, майҙай йомшаҡ булһын!” тип, изге теләктәрен теләп, бал һәм май ҡаптырып ҡаршы алды. Ғаиләнең был шатлығын уртаҡлашырға улдары һәм килендәре, ике яҡлап та туғандары килгәйне.

Килен төшөрөү күңелле күренештәргә бик бай булды: ҡоҙаларҙы ҡаршылау, һандыҡ һатыу, килен килтергән һыуҙы тәмләү, самауыр ҡайнатып килен сәйе эсеү, киленде бейетеү кеүек матур ғөрөф-ғәҙәттәрҙең барыһы ла үтәлде. Ә шулай ҙа, туйҙағы иң матур йола - киленгә һыу юлы күрһәтеү.

Килендең биҙәкле биҙрәләрен һығылмалы көйәнтәгә аҫып, бикәсе Эльвина тәүге һыу юлын күрһәтеп алдан барҙы. Гармун моңдары, күңелле көй-моңдар аҫтында һәммәһе лә Үҙәк урамдағы ҡоҙоҡҡа һыу алырға килде.  

“Эсер һыуҙарығыҙ ошо ерҙә булһын”, - тип, йәштәргә теләк-нәсихәттәрен әйтеп, килен күнәгенә һыу алып бирҙеләр. Айгөл ҡоҙағый ҙа, үҙ сиратында, ҡыҙының тәү башлап килгән юлына ризалыҡ билдәһе итеп бүләген-алъяпҡыстар таратып сыҡты, шулай  уҡ баллы-татлы перәнектәр ҙә өләште. “Мөлдөрәмә силәктәр бәхет менән тулы булһын” тип, һыуҙы тәмләне ҡунаҡтар.

Туй мәжлесе йыр-бейеүҙәр, нәсихәттәр, ҡотлауҙар менән өҫтәл артында дауам итте. Йәштәргә - күркәм тормош, барыһына ла иҫәнлек теләнеләр.

Йәш ғаилә Зилә һәм Азат Ноғомановтарға атай-әсәйҙәрен һөйөндөрөп, туғандарына матур өлгө күрһәтеп, бәхетле, парлы ғүмер кисерергә насип булһын.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Бәхет силәктәрегеҙ мөлдөрәмә тулы булһын
Бәхет силәктәрегеҙ мөлдөрәмә тулы булһын
Бәхет силәктәрегеҙ мөлдөрәмә тулы булһын
Автор:Гумерова Л
Читайте нас