

Ҡасҡын ауылының өлкән йәштәге кешеләренең береһе – Гөлсирә Фәтхетдин ҡыҙы «һуғыш осоро балалары» категорияһына ҡарай. Уның ире, йәғни Хатим Сәйфетдин улы ла Бөйөк Ватан һуғышы ветераны була. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2020 йылда баҡыйлыҡҡа күскән.
Туҡһанынсы тиҫтәне ваҡлаған Гөлсирә әбейҙең үткән тормошонан китап яҙырлыҡ. Беләгенә көс ҡуныр-ҡунмаҫтан, ауыр эштең тәмен татыған Гөлсирә һуғыш ыҙаларын үҙ башынан үткәрә. Ҡәһәрле һуғыш ауылдың күпме ир-егеттәрен “йота”, атаһының да ҡара ҡағыҙы килә, ә бер туған апаһы Гөлбостан Свердловск өлкәһенә “вербовать” ителгән була, торф сығарғанда ул вагон тәгәрмәсе аҫтында ҡалып, ике аяғынан да яҙа. Әсәһе колхоз эшенән бушамай, шуға күрә ике йәшлек ҡустыһын һәм һуғыш башланған йылда ғына тыуған кескәй туғанын ҡарау уның иңенә төшә.
- Тыумышым менән мин Йылбулаҡтамаҡ ауылынан, йортобоҙ хәҙерге клуб урынында ине. Ил өҫтөнә төшкән ҡайғыны, ауырлыҡтарҙы беҙ ҙә, үҙ башыбыҙҙан үткәрҙек. Мәктәптә уҡығанда уҡ, баҫыу эштәренә йөрөнөк, ә бер аҙ иҫ белгәс, өҫ-баш йүнәтергә тип үҙебеҙ теләп Свердловскийға торф сығарырға барҙыҡ, - тип, һуғыштан һуңғы йылдарҙа бил яҙмай эшләгәнен иҫкә ала хкҙмәт ветераны.
Ауылға ҡайтыу менән ул юл-ремонт эштәренә тотона, Айыт кирбес заводы янындағы участокка ат менән ҡом ташып һалалар. Йәш ҡыҙҙы бригадир итеп ҡуялар. уға иҫәп-хисап эштәрен алып барыу бурысы йөкмәтелә. Йәш ҡыҙы яҙ етеү менән иген сәсеүгә йәлеп ителә, йыш ҡына бүтән хужалыҡтарға ла ярҙамға ебәрәләр. Приют ҡасабаһында урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашып, алты центнер ашлыҡ ала. Ул осорҙа яртыһы арыш, яртыһы бойҙайҙан торған иген ҡаҙаҡлап ҡына бирелгәнлектән, әсәһе шул тиклем ашлыҡ алыуҙарына һөйөнөп бөтә алмай.
Тормош иптәше Хатим Солтанов менән дә шул яланда эшләгән мәлдә танышып, ғаилә ҡоралар. Ирле-ҡатынлы Солтановтар тыуған колхозында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Етмеш йылға яҡын бергә ғүмер кисереп, улар дүрт бала үҫтергән.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн хеҙмәт ветераны Гөлсирә әбей бик күп миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ғүмер көҙҙәренә еткән 93 йәшлек инәйҙе байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ, Киләсәктә балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, артабан да ҡарлы ҡыштарға һәм ҡояшлы йәйҙәргә һөйөнөп, йәшәргә лә йәшәргә яҙһын тип теләйбеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.