Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
2 Октябрь 2023, 06:04

Башҡортостандан армияға нисә кеше китәсәк?

Һәм улар ҡайҙа хеҙмәт итәсәк? Яҙмабыҙ шул хаҡта.

Башҡортостандан армияға нисә кеше китәсәк?Башҡортостандан армияға нисә кеше китәсәк?
Башҡортостандан армияға нисә кеше китәсәк?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, 1 октябрҙән хәрби хезмәткә көҙгө саҡырыу башланды. Ул 2023 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр дауам итәсәк. 18-27 йәштәге 130 мең егет ошо ваҡыт арауығында һалдат шинеле кейергә тейеш. Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич Указға аңлатма биреп уҙҙы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә 4 меңдән артыҡ егет китергә тиеш. Саҡырылыусыларҙың беренсе партияһы октябрь урталарында частәрга юл алырга тейеш. Уларға хәрби кейем комплекты, несессер һәм аҙыҡ-түлек паегы биреләсәк. Шул уҡ ваҡытта хәрби комиссар хеҙмәткә саҡырылыусы йәштәрҙең махсус хәрби операция барған территорияларға ебәрелмәйәген вәғәҙә итте. Әйткәндәй, 1 октябрҙән военкоматка повестка буйынса килмәү өсөн штраф элекке 3000 һумдан 30 000 һумға ҡәҙәр, йәғни ун тапкырҡа артты. 

bashinform.ru

Башҡортостандан армияға нисә кеше китәсәк?
Башҡортостандан армияға нисә кеше китәсәк?
Автор:
Читайте нас