Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
3 Октябрь 2023, 06:20

Ҙур юғалтыу

Башҡорт иле, башҡорт тел ғилеме бик ҙур юғалтыу кисерҙе. Ҡаты ауырыуҙан һуң күренекле ғалимә, профессор, БР, РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле йәмәғәт һәм хөкүмәт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова вафат булған.

Ҙур юғалтыуҘур юғалтыу
Ҙур юғалтыу

Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районыны Рәхмәт ауылында тыуған.

Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы 1970 йылда Белорет педагогия училищеһын, 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 1976 йылда СССР Фәндәр академияһының Тел белеме институтының аспирантураһына ҡабул ителә.

1978 йылдан алып 1985 йылғаса Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хәҙмәткәр. 1980 йылда кандидатлыҡ, 1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

1987 йылдан БДПИ-ның башҡорт филологияһы факультетында кафедра мөдире, 1992 йылдан шул уҡ факультеттың деканы була, 1993 йылдан — профессор.

1995 — 1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры була, 1998 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары, 2005 йылдан — директор.

Бәхил бул, ғалимә...

(Фото http://vk.com/club31352255 төркөмөнән алынды).

Ҙур юғалтыу
Ҙур юғалтыу
Автор:
Читайте нас