Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
3 Октябрь 2023, 04:01

Юл хәүефһеҙ булырға тейеш

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Нефтекама - Яңауыл юлының сираттағы участкаһын ремонтланылар.

Юл хәүефһеҙ булырға тейешЮл хәүефһеҙ булырға тейеш
Юл хәүефһеҙ булырға тейеш

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты (национальный проект «Безопасные качественные дороги») сиктәрендә Нефтекама - Яңауыл юлының сираттағы участкаһын ремонтланылар.

Эштәр 3,5 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала башҡарылған. Подрядсылар фрезерлау, тигеҙләү ҡатламын һәм япма төҙөү эштәрен башҡарған. Һуңынан юлсылар юл ситтәрен нығытҡан һәм билдә һалған.

- Нефтекама - Яңауыл трассаһы Башҡортостандың мөһим юл селтәренә инә. Был йүнәлеш туристарҙа ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Атап әйткәндә, Нефтекамала һәм Яңауылда ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлекле урындарға барырға мөмкин, улар араһында - Петр һәм Павелдың кафедраль соборы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Иверское-Илья ҡорамы һәм башҡалар. Әгәр Нефтекама республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге мөһим сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәк булһа, халыҡ иҫәбе һәм етештереү күләмдәре буйынса Өфө, Стәрлетамаҡтан һәм Салауаттан ҡала дүртенсе урында тора. Яңауыл - мөһим транспорт төйөнө - бында Горький тимер юлының тимер юл станцияһы урынлашҡан, - тип билдәләй  республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры  Александр Клебанов.

Мәғлүм буйынса, 2023 йылда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 74 саҡрым самаһы төбәк селтәрен норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Был милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. 

Фото: transport.bashkortostan.ru

Юл хәүефһеҙ булырға тейеш
Юл хәүефһеҙ булырға тейеш
Автор:
Читайте нас