

Шәхси хуҗалыҡтарында күпләп мал-тыуар аҫраусылар районыбыҙҙа шаҡтай. Шундай ғаиләнең береһе - Бикҡол ауылынан Рәзинә һәм Рәсим Әсфәндиәровтар. Бөгөнгө көндә уларҙың шәхси хужалығында, тиҫтәнән ашыу һыйыр малы бар, ихатала себеш-тауыҡтан аяҡ баҫыр урын юҡ.
- Ауыл ерендә йәшәп нисек мал-тыуар аҫрамайһың инде. Дөрөҫ, мәшәҡәте күп-күбен, әммә ул берҙәм эшләгәндә һиҙелмәй ҙә. Ҡош-ҡорт булмаһа, ишек алдында йәм юҡ кеүек. Яҙ башынан 70 бройлер алғайныҡ, уларҙы үҫтереп һаттыҡ та, яңынан тагы 50-не алдыҡ. Ауылда һөт йыймайҙар, айыртылған һөт ҡош-ҡортҡа китә инде, - ти, хужабикә.
Әсфәндиәровтарҙың йорттары алдында әле лә сағыулығын юғалтмаған сәскәләр балҡып ултыра, ә аҙбар тирәһе ҡош-ҡорт сыҡмаһын өсөн, кәртә менән уратып алынған. Унда аҡ, сыбар, ҡара төҫтәге бихисап тауыҡтар күренә, йәй буйы ҡарап үҫтергән ҡаҙҙар ҡаңғылдаша.
Рәзинә менән Рәсим бер-береһен бала саҡтан уҡ белә, сөнки икеһе дә ошо ауылда тыуып-үҫкән. Рәзинә мәктәпте тамамлағандан һуң, Бәләбәй ҡалаһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән. Алты балалы ғаиләлә, эшһөйәр атай-әсәй янында үҫкәнгә, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә Рәсим. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тыуған ауылында ҡалған.
- Беҙ 1996 йылда Рәсим менән өйләнештек. Икебеҙ ҙә, Салауат Юлаев исемендәге кооперативта эшләй башланыҡ. Үҙем дүрт йыл механизаторҙарға ашарға бешерҙем, көнөнә ике тапҡыр ҡайнар аш әҙерләүҙән тыш, икмәк тә һала торғайныҡ. Ирем йәйгеһен һыйыр-башмаҡтар, аттар көттө, ҡышҡыһын малсылыҡта эшләне. Үҙ өйөбөҙҙө һалып сыҡҡансы, төп йортта ҡәйнә һәм ҡайны менән бергә өс йыл торҙоҡ. Шул ваҡытта уҡ күп итеп мал-тыуар аҫраныҡ, - тип һөйләй Рәзинә Әсфәндиәрова.
Бөгөн күп кеше мал аҙығы ҡиммәт, бесән эшләү мәшәҡәтле тип, ҡош-ҡорт ҡына алырға тырыша. Ә электән үк, мал-тыуар тирәһендә ҡайнашҡан Әсфәндиәровтарҙың ун ике баш һыйыр малы бар.
- Йәй көнө ете баш үгеҙҙе һуйып һаттыҡ та, улар урынына биште бәйләнек. Үҙебеҙ йыл да, өҫтәп, тағын ике быҙау һатып алабыҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең биш баш һауын һыйыры бар, уларҙы көн дә көтөүгә ҡыуабыҙ. Ошо йортҡа күскәндән бирле, төүәлерәге егерме ете йыл инде, Буян исемле ат аҫрайбыҙ. Әлбиттә, хужалыҡта малдар күп булғас, уларға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ та кәрәк, ике үгеҙҙең аҡсаһы бесәнгә лә, фураж һатып алырға ла етә, - ти, оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләүсе Рәсим Рәйес улы.
- Кемгә нисектер, миңә бәләкәйҙән ауыл тормошо оҡшай, - тип һүҙҙе дауам итә хужабикә. - Ауылда иң беренселәрҙән булып беҙ торабыҙҙыр, моғайын. Ирем менән икәүләп, “Дояр” һыйыр һауыу аппараты ярҙамында, биш һыйырҙы тиҙ генә һауып алабыҙ. Һөт мул саҡта, көненә ике тапҡыр сепарат айырта торғайныҡ. Беҙ, малдар янынан кергәнсе, Диана ҡыҙым һөттө сепараттан үткәрә тора. Хәҙер инде һыйырҙарымдың береһе ташлатһа, икенселәре быҙауларға йыйына, мин ана шулай йыл әйләнәһенә һауынсымын.
Эйе, донъяны бөтәйтәйем, табынымды мул итәйем тиһәң, алды-ялды белмәй көс түгергә, тир сығарып эшләргә кәрәк шул. Малдары янында йөрөп, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәй улар. Береһенә һыу бирәһең, икенсеһенә фураж һалаһың, яңы быҙыулағанына һөт эсерәһең, ҡош-ҡорттарға бәрәңге бешерәһе бар, тигәндәй. Шулай ҙа, бар эштәрен күңел биреп башҡарғанғалыр, улар һис тә зарланмай.
- Аягың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ, тигәндәй, мал һатҡандан арыу аҡса ла керә. Ауылда ололар мал-тыуар аҫрай алмай, улар беҙҙән һөт-май һатып ала. Һыйыр ағын һатыр өсөн баҙарға ла йөрөмәйбеҙ, күптән инде үҙ клиенттарыбыҙ бар, ҡаймаҡ, эремсекте, йомортҡаны өйҙән килеп алып торалар, күп осраҡта, ҡаланан ҡайтыусылар алдан уҡ заказ биреп ҡуя, – ти улар, көндәлек эштәре тураһында.
Егәрле һәм тилбер ҡуллы Рәзинә көн оҙоно йорт, хужалыҡ мәшәҡәттәре менән генә булышмай, ул ауылдаштарына почта ла тарата. Яңғыҙ йәшәгән кешегә гәзит-журналдар ҙа үҙе бер йыуаныс, уларҙы зарыҡтырмаҫ өсөн, почтаны ул килгән көнөндә үк ауыл буйлап таратып сыға.
- Ҡыҙҙарыбыҙ хужалыҡ эштәрендә ҙур ярҙам итә. Диана әлеге ваҡытта Бәләбәйҙә ашнаҡсы-кондитерға уҡый. Күптән түгел ейәнебеҙ тыуып, өләсәй менән олатай булдыҡ. Лилиә ҡыҙыбыҙ һәм ейәнебеҙ Рамаҙан әлегә беҙҙең менән йәшәй, кейәүебеҙҙең армия хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - ти, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш араһында, ейәнен яратырға ла ваҡыт тапҡан өләсәй.
Әсфәндиәровтарҙың йылы, яҡты йорттары заманса йыһазландырылған. Гөл-сәскә үҫтерергә яратыусы хужабикәнең иғтибарын тойоп, ҙур иркен тәҙрә төптәрендә шаулап гөлдәр сәскә ата. Көн оҙоно иркен яланда көтөү көтөп ҡайтҡан Рәсимде яҡындары өҫтәлгә ҡаймаҡ-эремсеген ҡуйып, татлы ҡамыр ризыҡтары һәм, әлбиттә, ҡайнар аш әҙерләп көтә.
Улар малсылыҡ – ауыл кешеһе өсөн төп табыш сығанағы икәнлеген яҡшы аңлайҙар. Малы барҙың – ашы бар, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ.
- Көс-дәрт барҙа мал ҡарарға тырышабыҙ. Мал аҫрау еңел булмаһа ла, ғаилә бюджетына шаҡтай керем алына. Ҡышғҡылыҡҡа ла итте һатып алаһы түгел. Унан һуң барыһы ла кешенең үҙенән тора – муллыҡта йәшәйем тиһәң, тырышырға, эшләргә лә эшләргә, - ти, Әсфәндиәровтар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.