

Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың оло тормошҡа юлы белем усағынан башланған. Оҙаҡ йылдар дауамында ауыр ҙа, яуаплы ла эштә эшләп, бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған уҡытыусыларҙың күбеһе хаҡлы ялда инде. Бөгөнгө бүләкләү тантанаһына мәғариф ветерандары ла саҡырылғайны. Ҡаныҡай урта мәктәбе уҡытыусылары Батраева (Шөғәйепова) Ғамилә Булат ҡыҙы, Байназарова (Солтанова) Мәүлихә Хоҙайнаҙар ҡыҙы, Салауатова (Абдрахманова) Гөлнур Фәйзрахман ҡыҙы.
Фотолағы уҡытыусыларҙың иң өлкәне - Гөлнур Фәйзрахман ҡыҙы. Ул Бәләбәй педучилищеһында уҡығандан һуң, Ҡаныҡай ауылына эшкә килә. Тормош иптәше Рәмил Дәүләткилде улы менән икеһе лә ситтән тороп юғары белем ала. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә, улар бер нисә быуын балаларына белем биргән.
Ауылдың ябай уҡытыусылары Ғамилә Булат ҡыҙы менән Мәүлиха Хоҙайнаҙар ҡыҙы ла, үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалған. Ғамилә Батраева Бөрө педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлап, 1976 йылда тыуған ауылына эшкә ҡайтһа, Мәүлиха Байназарова бер аҙ һуңыраҡ, йәғни 1978 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, шулай уҡ рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай.
Үҙҙәрен был тынғыһыҙ һөнәргә бағышлаған педагогтар уҡыусыларға белем биреп кенә ҡалмай, ә аҡыллы кәңәштәре менән күңел йылыһын биреп, йәш быуынды яҡшы тормошҡа әйҙәүсе лә була. Улар мәктәптә эшләгән йылдарында күпме бала белем алып, илебеҙ киңлегенә таралған.
Уҡытыусы йылында үҙҙәренең күркәм юбилейҙарын билдәләүсе мәғариф ветерандарын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ һәм “Уҡытыусым, һиңә мең рәхмәт!” тип әйтәбеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.