

Нотариус хеҙмәттәре федераль һәм төбәк өлөштәренән торған берҙәм тариф буйынса түләнәсәк. Был уларҙың хаҡын тигеҙләргә һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш, хәҙер кредит биреү килешеүендә страховка хеҙмәтенең һәм страховка премияһының тулы хаҡы күрһәтеләсәк. Был тулы мәғлүмәт алырға һәм страховкалаусы һайлағанда дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк.
Шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡиммәтле үҫемлектәрҙе һәм бәшмәктәрҙе законһыҙ һатыу, аңлы рәүештә юҡ итеү йәки боҙоу, законһыҙ йыйыу һәм уларҙы әйләнешкә индергән өсөн енәйәт яуаплылығы булдырылды. Мәҫәлән, уларҙы һатып алған йәки киң мәғлүмәт саралары йәки интернет аша һатҡан өсөн 1,5 миллион һумға тиклем штраф һалына.
👉 Октябрь айында үҙ көсөнә ингән башҡа закондар тураһында ентекләберәк - Дәүләт Думаһының рәсми битендә
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан