Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
5 Октябрь 2023, 08:15

Мәктәпкә бар көсөн бирә

Дим урта мәктәбе уҡытыусыһы Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова егерме йылдан ашыу балаларҙа туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.

Мәктәпкә бар көсөн бирәМәктәпкә бар көсөн бирә
Мәктәпкә бар көсөн бирә

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҙур бурыс йөкмәтелгән: туған телгә һөйөү тәрбиәләү, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, милли мәғарифте үҫтереү, шулай уҡ лайыҡлы шәхес тәрбиәләү.  Дим урта мәктәбе уҡытыусыһы Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова 20 йылдан ашыу балаларҙа туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.

Миәкә районының Сәфәр ауылында тыуып үҫкән Раушания Тихонова (Шәйгәрҙәнова) тәүҙә медицина хеҙмәткәре булырға ниәтләй, әммә бер аҙҙан, ҡарарын үҙгәртә һәм уҡытыусы һөнәрен һайлай. Хеҙмәт юлын үҙенең тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң, белемен камиллаштырыу маҡсатында, ул Башҡорт дәүләт педагогия университетының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, 1995 йылда Сафар мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.    

Раушания Тихонова артабан үҙенең педагогик хеҙмәтен (1999 йыл) ҡасандыр үҙе белем алған Дим урта мәктәбендә дауам итә. 2000 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының бер йыллыҡ курстарын үтә һәм ошо көнгә ҡәҙәр ул үҙенең уҡыусыларына туған тел нескәлектәрен өйрәтә.

Тел мәсьәләһе киҫкен торған заманда тел уҡытыусыларына ла еңел түгелдер,  талаптар ҙа юғары: ул заман менән бергә атларға, үҙ эшендә төрлө методик алымдар, яңы белемдәр, замана балаларын ҡыҙыҡтырыу өсөн, яңы ысулдар ҡулланырға, һәр дәресте ҡыҙыҡлы итергә тейеш. 

- Уҡыусыларым башҡорт теле буйынса конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙан тыш, төрлө шиғыр бәйгеләрендә сығыш яһап, призлы урындар ала. Улар шулай уҡ фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашһын өсөн ҡыҙыҡлы темалар һайлап, йүнәлеш бирәм. Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, төп маҡсатым – уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы күберәк туған телгә ылыҡтырыу, сөнки бөгөн уҡыусылар араһында аралашыу рус теленә ҡалып бара, - ти, Раушания Салауат ҡыҙы.

Мәғариф өлкәһендә ябай булмаған шарттарҙа ла һөнәренә тоғро ҡалған, бар булмышы менән үҙен мәктәпкә һәм балаларға бағышлаған Раушания Салауат ҡыҙы туғыҙ йыл буйына тәрбиә эштәре буйынса директорҙың урынбаҫары булып эшләй. Ул үҙен ошо йылдарҙа оҫта белгес һәм ойоштороусы, һәләтле педагог, уҡыусылар һәм хеҙмәттәштәре менән уртаҡ тел таба белгән кеше итеп күрһәтә. Каникулдар осоронда ла балаларҙың ялын мауыҡтырғыс итеп ойоштора. 

Тәжрибәле уҡытыусы эшләү дәүерендә үҙе лә төрлө педагогик оҫталыҡ конкурстарында ҡатнаша: 2010 йылда “Йыл уҡытыусыһы” муниципаль конкурсын үтеп, артабан республика кимәлендәге бәйгелә ҡатнаша һәм ‘’Халыҡ педагогикаһын ҡулланыу” номинацияһында еңеү яулай. 2016 йылда башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары араһында ойошторолған конкурста ҡатнашып, 50 мең һум күләмдәге грант алыуға ирешә. Ижади ҡарашлы, юғары категориялы педагог 2019 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ була, бынан тыш, ул Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 

Мәктәп тормошоноң эсендә ҡайнап йәшәгән Раушания Салауат ҡыҙының хеҙмәтен яҡындары аңлап ҡабул итә, сөнки уға тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелгән – ул мәктәп директоры вазифаһын үтәй. Ире Михаил менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр: Ирина Өфө дәүләт нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, туризм өлкәһендә эшләй, Юлия әлеге мәлдә М.Аҡмулла исемендәге юғары уҡыу йортоноң II курс студенты.

Үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡараған, ярҙамсыл булыуы һәм эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙанған Раушания Салауат ҡыҙы һәр көн үҙе яратҡан мәктәбенә ашҡынып барһын ине, тип теләйбеҙ. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.  

 

Мәктәпкә бар көсөн бирә
Мәктәпкә бар көсөн бирә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас