

38 йыл ул Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә эшләй. Уҡытыусы башҡа hөнәр эйәләренән шуның менән айырылып тора: ул бала саҡ, йәшлек, кешенең үҙ маҡсатына даими ынтылыуы менән бәйле. Уҡытыусы тәрбиәләнеүселәре менән бергә үҫә, уларға бар күңел йылыһын бирә, йөрәгенең бер өлөшөн бирә, уҡларға, Н.А. Некрасов һүҙҙәре менән әйткәндә, «аҡыл, изгелек, мәңгелек орлоҡтар»ы һала. Был, күрәһең, hәр ысын уҡытыусының Ватанға булған изге хеҙмeтелер. Уҡытыусы hөнәрен башҡа hөнәр менән сағыштырып булмай, сөнки был эш кенә түгел, был кyңелдең һирәк осрай торған бүләге. Ул фиҙаҡәрлек hәм үҙ йылылығын, энергияһын тиҫләтәгән, йөҙләгән балаларға биреү теләге. Беҙҙең район үҙенең спорт ҡаҙаныштары менән дан тота, hәм был өлкәлә физкультура уҡытыусыларының да өлөшө ҙур.
— Мин Стәрлебаш районында тыуғанмын, Салават ҡалаһында үҫтем, — тип һөйләй Гөлнара Илдус ҡыҙы. — 1982 йылда Кyмертау физкультура-педагогия училищеһына уҡырға керҙем. Уҡыу йылдарында буласаҡ ирем, шул уҡ уҡыу йорто студенты Мәжит Зәбир улы Ғимазетдинов менән таныштым. Ул үҙе Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан. Өйләнештек hәм йүнәлтмә буйынса Бишбүләк 2-се урта мәктәбенә эшкә урынлаштыҡ. Ауылда 3-сө урта мәктәп асылғас, ул шунда эшкә кyсте. Ике ҡыҙ — Альбина менән Ләйсәнде үҫтерҙек. Уларҙың үҙ ғаилeләре бар, ике ейәнебеҙ өсөн шатланабыҙ. Буш ваҡытымда мин бешерергә, сәскәләр үҫтерергә яратам.
Гөлнара Илдус ҡыҙының копилкаһында грамоталар, рәхмәт хаттары, кубоктар күп. Юғары категориялы уҡытыусы БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Район йыйылма командаһы составында волейбол буйынса ярыштарҙа актив ҡатнаша, ауыл hәм райондың спорт тормошона баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Беренсе дәрестәрҙән үк балалар талапсан, әммә ғәҙел уҡытыусыны ярата. Ул шәхси өлөгөһө менән уларҙа физик культураҡа һөйөү тәрбиәләй алған. Уҡыусылар уныn дәрестәренә hәм спорт секцияларына бик теләп йoрөй. Уның дәрестәрендә hәм күнекмәләрендә барыһына ла ҡыҙыҡлы: буласаҡ чемпиондарға ла, тыйнаҡ интеллектуалдарға ла. Һәр кем көсөнән килгәнсe шөғөлләнә, әммә бер кемгә лә тик ултырырға hәм кyңелһеҙләнергә рөхмәт ителмәй — дисциплина беренсе урында. Балалар йыл һайын ауырлыҡтарҙы еңeргә өйрәнә. Был уларҙың характерын нығыта.
Талантлы педагог хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлаша, асыҡ дәрестәр күрһәтә. Ауылда спорт тормошо үҙәгендә булған Гөлнара Илдус ҡыҙы кистәрен мәктәптең элекке сығарылыш уҡыусылары менән волейбол буйынса ярыштар ойоштора, башҡаларға дәрт бирә. Уның тәрбиәләнеүселәре төрлө дәрәжәләге ярыштарҙа күп тапҡырҙар еңеү яулаған.
Гөлнара Ғимазетдинова балалар менән намыҫлы hәм эскерһеҙ мөнәсәбәттә. Бындай ҡыйыу педагогтар алдағы тормошта иң мөhим аҙым яһарға — үҙ юлын һайларға тейешле йәштәр өсөн бурыстарҙы hәм яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алыуҙан ҡурҡмай. Һәм бала саҡта кешенең уҡытыусыһы ни ҡәҙәр ҡыҙыҡһыныусан булһа, шул ҡәҙәр бәхетле, уңышлы hәм үҙ-үҙенә ышанған бала тормош буйлап ҡыйыу атлаясаҡ.
Илшат ХӘЙРЕТДИНОВ.
Фото Гөлнара Ғимазетдинованың шәхси архивынан.