

Райондың мәғариф учреждениелары араһында Бишбүләк ауылының Бәләбәй механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжы филиалы айырым урын алып тора. Был көндәрҙә был коллектив хеҙмәткәрҙәре бер юлы ике hөнәри байрам билдәләп үтә: 2 октябрь — Урта hөнәри белем көнө hәм 5 октябрь — Уҡытыусылар көнө. Урта hөнәри белем биреү системаһы күп быуын педагогтарҙың hәм производствола уҡытыу оҫталарының фиҙаҡәр хеҙмәте ярҙамында йәшәй һәм үҫеш ала. Филиалдың 34 йыл эшсәнлеге дауамында меңләгән иҫ киткес эшселәр, белгестәр hәм үҙ эштәренең оҫталары уҡытып сығарылған, уны тағын «ауыл өсөн кадрҙар әҙерләү урыны», тип тә атайҙар.
Колледж уҡытыусыһы Лилиана Рафаэль ҡыҙы Ялалова заманса йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән педагогтарҙың береһе. Ул Дүртөйлө ҡалаһында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтының биология hәм химия факультетын тамамлап, Бишбүләк ауылына килә hәм 1995 йылдан колледж филиалында эшләй. Был йылдарҙа учреждение исеме hәм hөнәри әҙерлек йүнeлештәре бер нисә тапҡыр үҙгәртелә. Шуға күрә ойошма стеналарында, уҡытыусының төп вазифаһынан тыш, «Ихата хужабикәһе», «Ашнаҡсы-кондитер» төркөмдәрендә производствола уҡытыу мастеры, 10 йыл дауамында уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары була. Уныn тормош девизы: “Бер быуат йәшә — бер быуат уҡы!» Биш hөнәри белем биреү программаһы буйынса дипломдары бар. Юғары категориялы уҡытыусы.
Лилиана Рафаэль ҡыҙы ниндәй генә вазифала эшләмәһен, барыһына ла яуаплылыҡ менән ҡарай, оптимизм менән эшләй, уңышҡа этәргес бирә. Биология, география hәм химия буйынса дeрестәрендә биргән белемдәрен тормошта hәм киләсәк hөнәрҙә практик ҡулланыш менән бәйләй. Сәләмәт йәшәү рәүешен актив пропагандалай. Yҙ эшенең төп маҡсаты итеп hәр яҡлап үҫеш алған рухи-әхлаҡи шәхес тәрбиәләүҙе һанай. Бының өсөн студенттарҙы Бөтә Рәсәй, республика hәм район конкурстарында hәм акцияларында ҡатнашырға йәлеп итә. "Беҙ, өлкән быуын, бөгөн балаларыбыҙға нимәгә өйрәтеүебеҙгә беҙҙең hәм Туған илебеҙҙең киләсәге бәйле", — ти Лилиана Рафаэль ҡыҙы.
Ирина ФОМИНА.
Фото Лилиана Ялалованың шәхси архивынан.