Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
8 Октябрь 2023, 06:52

Көҙгө салаттар

Көҙгө уңыштан төрлө салаттар әҙерләп ҡуйһаң, ҡыш буйы аштарыңдың тәмен төрләп рәхәтләнәһең..

Көҙгө салаттарКөҙгө салаттар
Көҙгө салаттар

Ҡыҙыл салат

Был матур, сағыу, тәмле салат өсөн кишер, борос, һуған кәрәк буласаҡ.

Салатты әҙерләү өсөн 1 кг самаһы ҡыҙыл татлы борос, 1 кг кишер, 1 кг ҡыҙыл һуған, 2 кг помидор, стакан ярым үҫемлек майы, бер стакан шәкәр ( 200-250 г), ярты стакан аш һеркәһе ( 100г) 2 аш ҡалағы тоҙ алына.

Боросто артыҡ ҡалын итмәй генә һаламлап, һуғанды дүңгәләкләп, помидорҙы уртаса ваҡлап турайҙар, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәләр. Ҡатнашмаға май, шәкәр, аш һеркәһе, тоҙ ҡушып, 20 минуттай ҡайнатып алғас, таҙа банкаларға ябып, ҡапҡастарын нығытып ҡуялар. Табынға картуф, ит менән ҡушып бирәләр.

“Көҙгө” салат

Бының өсөн 5 кг кәбеҫтә, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг болгар боросо, 350 гр шәкәр, 4 аш ҡалағы (өймәләмә) тоҙ, 0,5 л 9%-лы аш һеркәһе, 0,5 л үҫемлек майы алына.

Кәбеҫтә, һуған, боросто турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Иғтибар итегеҙ: кәбеҫтәне ыуаламайбыҙ, ә барыһын бергә һаҡ ҡына болғатабыҙ. Шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе һәм үҫемлек майы өҫтәп йәнә бутайбыҙ. Әҙер баҫтырып банкаларға тултырабыҙ. Өс көндән ҡапҡас ябып, һыуытҡысҡа ултыртып ҡуябыҙ. Был салат күпме генә һаҡланһа ла тәмен юғалтмай. Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтә 2 кг кәбеҫтә, 1 ҡыяр, 2 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 1 болгар боросо. Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, болгар боросон ваҡ итеп турайбыҙ, эре ҡырғыстан кишерҙе үткәрәбеҙ ҙә барыһын да яҡшылап болғатабыҙ. 3 литрлыҡ банкаларға тығыҙ итеп тултырабыҙ ҙа ҡайнар маринад ҡоябыҙ. Кәбеҫтә өсөн маринад: 1 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәләмә), өймәләмә 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы 70%-лы аш һеркәһе. Ғәҙәттә, 1 литр маринад 3 литрлыҡ кәбеҫтәгә тап-таман була. Ашар алдынан кәбеҫтәгә туралған һуған менән үҫемлек майы ҡушып болғатһаң, бигерәк тә тәмле була. Был кәбеҫтәне лә һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Шуға ла үтә ныҡ күп әҙерләмәгеҙ. Оҙаҡ түгел бит, ашап бөткәс, тағы яһарға мөмкин.

Кавказ салаты

5 кг баклажан, 2-шәр һарымһаҡ, һуған, кишер, алма, татлы борос алына. Соус өсөн 2 литр томат һуты, 1 –әр стакан аш һеркәһе һәм үҫемлек майы, ярты стакан тоҙ кәрәк.

Соусҡа һалаһы бөтә нәмәне ҡушып бутап, баклажандан башҡа йәшелсәләрҙе ваҡлап ҡушып, ҡайнау хәленә еткерергә.

Шуға шаҡмаҡлап туралған баклажан һалып, 45 минут бешерергә лә стерилләнгән багкаларға тултырырға.

“Башҡортостан календары”нан.

 

Көҙгө салаттар
Көҙгө салаттар
Автор:
Читайте нас